13 Әгәр Мин күкте бикләп, ямғыр яуҙырмаһам, әгәр саранчаларға ер йөҙөндәге бөтә нәмәне ашап бөтөргә бойорһам йәки халҡыма үләт ҡырғыны һалһам,
Әгәр килеп һине зинданға бикләһә, хөкөмгә саҡырһа, Кем Уны туҡтата алыр?
Ул йыҡҡанды һис кем торғоҙа алмаҫ, Ул әсир итһә, һис берәү азат ҡылмаҫ.
Раббы бойорған халыҡтарҙы юҡ итмәнеләр,
«Ябырылған саранчалар сиреүенең, Күс-күс саранчалар рәүешендә Һеҙгә ебәрелгән бөйөк ғәскәремдең Ҡырып ашап бөткәнен артығы менән бирәм.
Шуның өсөн дә Мин, ураҡҡа төшөргә өс ай ҡалырҙан алда, һеҙҙе ямғырҙан мәхрүм иттем. Бер ҡалаға ямғыр яуҙырһам, икенсеһенә яуҙырманым. Бер баҫыуҙа ямғыр яуҙы, икенсеһендә – юҡ, шуға ул ҡороно.
Үләт ебәрермен Мин быларға, ҡырып һалырмын, ә һинән быларға ҡарағанда күберәк тә, көслөрәк тә халыҡ хасил итермен.
Һеҙҙе ышандырып әйтә алам: Ильяс пәйғәмбәр көндәрендә өс йыл һәм алты ай буйы, күк йөҙө ябылып, ямғыр яуманы, бөтә Исраил иле ҡот осҡос аслыҡтан интекте. Исраилда тол ҡатындар күп ине,
Ул саҡта Раббының асыуы ялҡынланыр һәм Ул күктәрҙе бикләп ҡуйыр, ямғыр булмаҫ, ер үҙенең уңышын бирмәҫ. Ә һеҙ Раббы бирәсәк бәрәкәтле ерҙә бик тиҙ һәләк булырһығыҙ.
Уларҙың, пәйғәмбәрлек иткән ваҡытта ергә ямғыр яумаһын тип, күкте ҡаплап ҡуйырға вәкәләттәре бар. Һыуҙы ҡанға әйләндерергә лә, үҙҙәре теләгән ваҡытта ергә һәр төрлө бәлә-ҡазалар ебәреп зыян килтерергә лә вәкәләттәре бар.
Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти: