Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 7:12 - Изге Яҙма

12 Төнөн уға Раббы күренә һәм былай ти: – Мин һинең доғаңды ишеттем, был урынды Үҙемә ҡорбан килтерә торған йорт итеп һайланым.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 7:12
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ибрамға туҡһан туғыҙ йәш булғанда, Раббы уға күренеп былай тине: – Мин сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алламын. Минең юлымдан йөрө, камил бул.


Раббы уға Ғивғондағы кеүек тағы бер тапҡыр күренде.


Ильяс Ильясиғинға: – Һин ошонда ҡал, Раббы мине Иорданға ебәрә, – тине. – Тере Раббы ла, һин дә шаһит: һинән айырылмайым, – тип яуапланы Ильясиғин. Бергәләшеп артабан киттеләр.


– Кире борол да халҡымдың етәксеһе Хизкияһҡа ошо хәбәрҙе еткер, атайың Дауыттың Аллаһы Раббы былай ти: «Доғаңды ишеттем, күҙ йәштәреңде күрҙем. Бына, һаулығыңды ҡайтарам. Өсөнсө көндә Раббы ҡорамына барырһың.


Менашше Ашераның ҡолғаһын Раббы ҡорамына урынлаштырҙы. Ә бит Раббы Дауыт менән уның улы Сөләймәнгә: «Был йортта һәм Мин Исраилдың бөтә ырыуҙары араһынан һайлап алған Йәрүсәлимдә исемем мәңгегә төйәкләнер.


Ул төндө Алла, Сөләймәнгә күренеп: – Минән теләгәнеңде һора, – ти.


Инде, исемем мәңге ошонда булһын, тип был ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.


Борон замандарҙағы, әүәлге ваҡыттарҙағы һымаҡ, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең саҙаҡалары Раббыға хуш булыр.


Фәрештә уға былай тине: – Ҡурҡма, Зәкәрьяһ! Һинең доғаң ишетелде, ҡатының Әлисабет һиңә ир бала табыр, уға Яхъя тип исем ҡуш.


һәм миңә: «Корнелиус, Алла һинең доғаңды ишетте һәм хәйерҙәреңде иҫкә алды.


Шул сағында Аллағыҙ Раббы ниндәй урын һайлай, Уның исеме шул ерҙә булыр. Мин һеҙгә бойорған бөтә нәмәләрҙе: тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарығыҙҙы, ерегеҙҙән алған уңыштың ундан бер өлөшөн һәм саҙаҡаларығыҙҙы, Раббыға нәҙер итеп әҙерләп ҡуйған һайланма бүләктәрегеҙҙе шунда килтерегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ