10 Етенсе айҙың егерме өсөнсө көнөндә Сөләймән халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрә. Улар Раббының Дауыт менән Сөләймәнгә, Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып тарала.
Унан һуң батша халыҡты өйҙәренә ҡайтарып ебәрҙе. Улар батшаға фатиха ҡылып, Раббының ҡоло Дауытҡа һәм Үҙенең халҡы Исраилға күрһәткән бөтә яҡшылыҡтарына һөйөнөп, бик ҡәнәғәт булып таралды.
Алланың Үҙ халҡына ҡылған был эшенә Хизкияһ менән бар халыҡ ифрат ҡыуана, сөнки был эш ҡапыл ғына ғәмәлгә аша.
Йәрүсәлимдә иҫ киткес шатлыҡ хөкөм һөрә, Исраил батшаһы Сөләймән Дауыт улы заманынан бирле бындай хәл күрелгәне булмай.
Ә хәҙер сыҡ, Раббы Алла, Үҙеңдең тыныс-имен урыныңа кил, Ҡөҙрәтең билдәһе булған һандыҡ менән бергә кил. Ҡаһиндарың, Раббым Аллам, Ҡотҡарылыу кейеменә төрөнһөндәр, Тоғроларың Һинең игелегеңә һөйөнһөн.
Сөләймән Раббы ҡорамы менән батша һарайын төҙөтөп бөтә, ниәт иткәндең барыһын да уңышлы бойомға ашыра.
Ете көн буйы ҡорбан усағын изгеләндергәндән һуң, тағы ете көн Ҡыуыш байрамын билдәләйҙәр, ә һигеҙенсе көндө изге йыйын үткәрәләр.
Нөхәмияһ та уларға: – Барығыҙ, һимеҙ ит ашағыҙ, баллы шарап эсегеҙ, ашар-эсеренә әҙерләмәгән кешеләргә өлөш бирегеҙ, сөнки бөйөк Хакимыбыҙ Алла өсөн был көн изге. Ҡайғырмағыҙ, сөнки Раббы биргән ҡыуаныс һеҙҙе ҡеүәтле итә, – тине.
Минең бар уйым – камил юлдар хаҡында. Ҡасан килерһең минең яныма? Саф күңел менән ғүмер итермен өйөмдә,
Бәхетлелер ғәҙеллеккә таянғандар, Һәр саҡ тоғро ғәмәлдәр ҡылғандар!
Улар асығып, сарсап хәлдән тайғайны, Үлем сигенә еткәйне.
Раббының ҡарары мәңгегә үҙгәрмәҫ, Уның ниәттәре быуындан-быуынға күсеп барыр.
Ташҡын һыуҙар гөрһөлдәүенән, Диңгеҙҙәрҙең шашҡын тулҡынынан Юғарылағы Раббы ҡөҙрәтлерәк.
Мусаның ҡайныһы Мидйән ҡаһины Итро Алланың Муса һәм уның халҡы Исраил өсөн ҡылғандарын, Раббының Исраил халҡын Мысырҙан сығарғанын ишетте.
Етенсе айҙың ун бишенсе көнөндә башланған һәм ете көн барған байрамда хаким гонаһ һәм тотош яндырыу ҡорбандарын, икмәк саҙаҡаһын һәм зәйтүн майын көн һайын килтереп торһон».
Паулус менән Силасты үҙенең өйөнә алып ҡайтып, уларға табын әҙерләне, Аллаға инанғандары өсөн бөтә ғаиләһе менән ҡыуандылар.
Көн һайын Алла йортонда йыйылдылар, Алланы маҡтап, шат һәм ихлас йөрәктән өйҙәрендә икмәк һындырып, ризыҡты бергәләп ашанылар. Бөтөн халыҡ уларҙы яратты, Раббы иһә ҡотҡарылыусылар һанын көн һайын арттырып торҙо.
Үҙегеҙ, улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, үҙ өлөшө һәм биләмәһе булмаған һәм ҡалаларығыҙҙа йәшәгән левиҙәр Аллағыҙ Раббы алдында бергәләшеп күңел асығыҙ.
Һеҙ уларҙы тик Аллағыҙ Раббы һайлаған урында, Аллағыҙ Раббы алдында ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең төйәктә йәшәгән левиҙәр менән бергә ашарға тейешһегеҙ. Аллағыҙ Раббы хозурында эшләп тапҡандарығыҙ өсөн һөйөнөрһөгөҙ.
Шул урында, Аллағыҙ Раббының фатихаһы менән эшләп тапҡандарығыҙ өсөн ҡыуанып, Аллағыҙ Раббы алдында ғаиләләрегеҙ менән ашағыҙ һәм күңел асығыҙ.
Аллаң Раббы хозурына килеп ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар Аллағыҙ Раббы Үҙ исеме төйәкләнһен өсөн һайлап алған урында бергәләшеп күңел асығыҙ.
Байрамда үҙегеҙ, ул-ҡыҙҙарығыҙ, ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ ҡолдарығыҙ, һеҙҙең менән бергә йәшәгән левиҙәр, арағыҙҙағы килмешәктәр, етемдәр, тол ҡатындар бергәләшеп күңел асығыҙ.
Раббыла һәр ваҡыт ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм: ҡыуаныс табығыҙ!