40 Инде, эй Аллам, ошо урында уҡылған доғаларға күҙҙәрең асыҡ, ҡолаҡтарың һиҙгер булһа ине.
Ҡолоңдоң үтенестәренә, халҡың Исраилдың ярҙам һорап ялбарыуҙарына һәр даим ҡолаҡ һал, уларҙы тыңла.
Ул былай тине: – Мин һинең доғаңды, үтенесеңде ишеттем. Һин, Минең исемем мәңге шунда булһын, тип төҙөгән ошо ҡорамды һайлап изгеләндерҙем. Минең күҙҙәрем һәм йөрәгем һәр ваҡыт бында булыр.
Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр! Йә Раббы, Һине, тере Алланы хурларға ебәргән Санхеривтың һүҙҙәрен ишет.
Раббы ер йөҙөндәге бар нәмәне күҙәтеп тора, Үҙенә тоғроларға көс-ҡеүәт бирә. Һин алйоттарса эш иттең. Бынан һуң башың һуғыштан сыҡмаясаҡ.
Күҙҙәрең көнө-төнө бында, «Исемем ошонда төйәкләнер!» тигән ҡорамда булһын ине. Ҡолоңдоң ошо урынға ҡарап ҡылған доғаһын ишетә күр.
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын ярлыҡа.
Бынан ары ошо урында ҡылынған доғаларға күҙем дә, ҡолағым да һәр ваҡыт иғтибарлы булыр.
Эй бөйөк Хакимым, ялбарамын, Һинең исемеңде сикһеҙ ололауҙан ҡыуаныс тапҡан ҡолоңдоң доғаһын, барлыҡ ҡолдарыңдың доғаһын ишетә генә күрһәң ине. Бына хәҙер Үҙ ҡолоңа ярҙам итһәнә, батшаның мәрхәмәтенә юлыҡтырһана Раббым. Мин ул ваҡыт батшаның шарап ҡойоусыһы инем.
Ҡолаҡ һал, күҙҙәреңде ас, Үҙ ҡолоңдоң доғаһын ишет! Мин хәҙер көнө-төнө ҡолдарың – Исраил халҡы өсөн Һиңә доға ҡылам, Исраил халҡының гонаһын таныйым. Һинең алдыңда гонаһлыбыҙ беҙ, гонаһлыбыҙ – мин дә, бөтә нәҫел-нәсәбебеҙ ҙә.
Уның беҙгә мөхәббәте бөйөк, Тоғролоғо Уның мәңгелек. Раббыны данлағыҙ!
Барыһы ла юлдан яҙған, берҙәй боҙолған; Яҡшылыҡ ҡылған әҙәм юҡ, Исмаһам, берәү ҡалмаған!
Әсә ҡуйынында тынысланған Имсәк бала һымаҡ минең йәнем, Эйе, йәнем имсәк бала һымаҡ.
Йырсылар етәксеһенә: Раббы ҡоло Дауыттың мәҙхиәһе. Раббы Дауытты бөтә дошмандарынан һәм Шаулдың ҡулынан ҡотҡарған көндө, Дауыттың Раббыға бағышлаған йыры.
Раббы кемдең ғәйебен иҫәпкә алмаған, шул бәхетле, Булмышында хәйлә булмаған кеше бәхетле!
Әммә мин абынғас, улар ҡыуандылар, Өймәкләшеп ҡаршы тупландылар. Юлбаҫарҙар абайламаҫтан төртөп йығып, Туҡтауһыҙ йолҡҡоланылар.
Юҡһа арыҫландай ташланырҙар, Йолҡҡосларҙар һәм һис кем яҡламаҫ.
Әзрах нәҫеленән булған Эҫандың уйланыуҙары.
Йә Раббы, ҡолаҡ һал да тыңла, күҙҙәреңде ас та күр, йә Раббы; Һине, тере Алланы, хурларға ебәргән Санхеривтың бөтә һүҙҙәрен ишет.