38 үҙҙәре әсир булған илдә ата-бабаларына Һин биргән ерҙәр, Һин һайлаған ҡала, Һинең исемеңә бағышлап мин төҙөткән йорт яғына ҡарап, Һиңә ысын күңелдән һәм бөтә йөрәктән боролоп, доға ҡылһалар,
Халҡың дошмандарына ҡаршы Һин күрһәткән юл менән һуғышҡа инһә һәм Һин Үҙең һайлап алған ошо ҡалаға, мин Һиңә бағышлап төҙөгән ҡорамға боролоп Һиңә доға ҡылһа,
улар унда, үҙҙәре әсирлектә йәшәгән илдә, бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын ярлыҡа.
Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.
Мине тәрәнгә, диңгеҙ ҡуйынына ташланың, Ян-яғымдан ағым сорнап алды; Ташҡын тулҡындар өҫтөмдән аҡты.