36 Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алыусылар уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә,
Һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһалар – ә гонаһ ҡылмаған бер кеше лә юҡтыр – һәм Һин асыуланып, уларҙы дошман ҡулына тапшырһаң, әсирлеккә алған дошмандары уларҙы үҙҙәренең алыҫмы-яҡынмы иленә алып китһә,
Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.
Менахем батшалыҡ иткән дәүерҙәге башҡа ваҡиғалар, уның бөтә ғәмәлдәре тураһында «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.
Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.
Һошеяғтың батшалыҡ итеүенең туғыҙынсы йылында Ашшур батшаһы ҡаланы ҡулға төшөрҙө һәм Исраил халҡын Ашшурға һөргөнгә алып китте. Уларҙы Халахҡа, Хавор йылғаһы буйындағы Гозан төбәгенә һәм Мадай ҡалаларына төйәкләндерҙе.
күктәрҙән уларҙың доғаларына һәм үтенестәренә ҡолаҡ һал һәм уларҙың яҡлаусыһы бул.
улар унда, үҙҙәре әсирлектә йәшәгән илдә, бөтөн йөрәктән тәүбәгә килһәләр, Һиңә ялбарып: «Гонаһ ҡылдыҡ, юлдан яҙҙыҡ, яуызлыҡ эшләнек», – тиһәләр,
Эй Исраил, хәҙер ҙә, мәңге лә Раббыға өмөт бағла һин!
Ул тоғро ярҙамсым, ҡәлғәм, Ышығым, Ҡотҡарыусым, ҡалҡаным! Мин Уға һыйынам; Ул миңә халыҡтарҙы буйһондора.
«Күңелемдә һис бысраҡлыҡ юҡ, гонаһымдан инде таҙарындым», – тип кем әйтә алыр?
Ер йөҙөндә гел яҡшылыҡ ҡына эшләп, бер ҙә гонаһ ҡылмаған тәҡүә кеше юҡ.
Берәүҙәр ҡылыстан һәләк булыр, ҡайһыларын әсир итеп төрлө илдәргә алып китерҙәр. Мәжүсиҙәр иһә, үҙҙәренең дәүере үткәнгә тиклем, Йәрүсәлимде тапап йөрөрҙәр.
Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.
Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала.