32 Әгәр халҡың Исраилдан булмаған берәй сит кеше Һинең бөйөк исемең, көсөң һәм ҡөҙрәтең хаҡына алыҫ илдән килһә һәм ошо ҡорамға ҡарап доға ҡылһа,
Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.
Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине.
Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.
Һин Үҙең ата-бабаларыбыҙға биргән ошо тупраҡта ғүмерҙәренең ахырынаса улар Һинән ҡурҡып һәм хөрмәт итеп йәшәһен, тик Һинең юлыңдан йөрөһөн.
Боролһаңсы беҙгә табан, Раббы! Ҡасанға тиклем көтөргә беҙгә? Мәрхәмәтле булсы ҡолдарыңа.
Киләсәктә улың һинән: «Был нимәне аңлата?» – тип һораһа, былай тип яуап бир: «Раббы беҙҙе Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан ҡөҙрәтле ҡулы менән алып сыҡты.
Шуға күрә Исраил халҡына әйт: «Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын.
Шунан һуң исраилдар Раббының ҡорамына икмәк саҙаҡаларын пак һауыттарҙа нисек алып килһә, улар ҙа бөтә ҡәүемдәрҙән ҡәрҙәштәрегеҙҙе аттарҙа, арбаларҙа, ылауҙарҙа, ҡасырҙарҙа, етеҙ дөйәләрҙә изге тауыма, Йәрүсәлимгә Раббыға бүләк итеп килтерәсәк.
Бик күп халыҡтар, көслө милләттәр Күк ғәскәрҙәре Раббыһын эҙләп, Уның илтифатын ҡаҙаныр өсөн, Йәрүсәлимгә килерҙәр».
Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.
Ғайса Йәһүҙиә ерендәге Бейт-Ләхәм ҡалаһында Һируд батша идара иткән заманда тыуҙы. Ошо мәлдәрҙә көнсығыштан Йәрүсәлимгә аҡыл эйәләре килде.
Минең был аҙбарҙа булмаған бүтән һарыҡтарым да бар. Уларҙы ла алып килергә тейешмен. Улар Минең тауышымды тыңлаясаҡ, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр.
Байрамда Аллаға табынырға килеүселәр араһында гректар ҙа бар ине.
Фругияла, Памфулияла, Мысырҙа һәм Ливияның Куренеға яҡын өлөштәрендә һәм Римда йәшәүселәр,
уларға: – Раббының был илде һеҙгә тапшырыуын беләм. Беҙ бөтәбеҙ ҙә һеҙҙең алда ҡалтырап төштөк, тотош ил халҡын ҡурҡыу солғап алды.
Ә улар былай тине: – Беҙ, һинең ҡолдарың, бик йыраҡ илдән килдек. Аллаң Раббының шөһрәте хаҡында ишетеп килеүебеҙ. Уның Мысырҙа нимә эшләгәнен
Ләкин Рут: – Яңғыҙыңды ташлап ҡалдырырға өгөтләмә мине. Һин ҡайҙа барһаң, мин дә шунда барам, һин ҡайҙа төйәкләнһәң, мин дә шунда төйәкләнәм. Һинең халҡың – минең халҡым, һинең Аллаң минең Аллам булыр.