29 халҡыңдан берәйһе йәки бөтә Исраил Һиңә мөрәжәғәт итһә, һәр кем үҙ хәсрәтен әйтеп, әрнеп доға һәм ялбарыу менән ошо йортҡа табан ҡулдарын һонһа,
«Башыбыҙға бәлә-ҡаза килгәндә – язалаусы ҡылысмы, үләтме, аслыҡмы ул – беҙ Һинең исемең төйәкләнгән ошо йорт алдына, Һинең хозурыңа киләбеҙ, үҙебеҙ дусар булған һәләкәт хаҡында Һиңә ялбарабыҙ, шунда Һин беҙҙе ишетәһең һәм ҡотҡараһың».
Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа. Һәр береһенә ҡылғандарына күрә бир, сөнки әҙәм балаларының күңелендәген бары тик Һин генә беләһең.
Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.
Улар өлкәнәйгәс тә емешле, Һутлы һәм йәм-йәшел ҡаласаҡтар.
Йөрәк үҙ һағышын үҙе белә, шатлығын да яттар менән уртаҡлашмай.
Ҡулығыҙҙы һоноп, Миңә ялбарғанда, Инде һеҙҙән күҙемде йәшерәм. Күпме доға ҡылһағыҙ ҙа тыңламайым – Сөнки усығыҙ тулы ҡан.