24 Һиңә ҡарата эшләгән гонаһтары өсөн дошмандарынан еңелгәс, халҡың Исраил ҡабат Һиңә боролоп ҡайтһа, исемеңде әйтеп ялбарһа, ошо ҡорамда доға ҡылып, Һинең хозурыңда үтенһә,
күктәрҙән беҙҙе ишет тә халҡың Исраилдың гонаһын ярлыҡа һәм уларҙы ата-бабаларына һәм уларға Үҙең биргән илгә кире ҡайтар.
Хөрмәтле ҡунаҡтарың араһында – батша ҡыҙҙары. Уң яғыңа баҫҡан батшабикәң, Зиннәттәре уның Офир алтынынан.
Эй мәкерле, телең һинең һәләкәт ниәтләй, Ул үткер бысаҡҡа оҡшаш.
Гонаһын йәшергән кеше яҡшылыҡ көтә алмаҫ, уны танып, ваз кискән мәрхәмәт табыр.
Һеҙгә ҡаршы булырмын, һеҙ дошмандарығыҙҙан еңелерһегеҙ. Дошмандарығыҙ һеҙгә хаким булыр; һеҙҙе баҫтырыусы булмағанда ла ҡасырһығыҙ.
Һис кем ҡыуаламағанда ла, ҡылыс йөҙөнә һөрлөккәндәй, бер-береһенә абынып йығылырҙар. Дошмандарығыҙға ҡаршы торорлоҡ көсөгөҙ булмаҫ.
Раббы һеҙҙе дошмандарығыҙҙан еңелдерер: бер юл менән уларға ҡаршы сығырһығыҙ, ете юл менән уларҙан ҡасып китерһегеҙ. Ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар өсөн ҡурҡыныс ғибрәт булырһығыҙ.
Раббы муйынығыҙға тимер ҡалып кейҙерер, һәм һеҙ, әжәлегеҙ еткәнсе ризыҡҡа, һыуға, кейемгә тилмереп, мохтажлыҡта дошмандарығыҙға хеҙмәт итерһегеҙ.
Эй бөйөк Хакимым! Исраил халҡы дошман алдынан ҡасырға мәжбүр булғас, нимә тип әйтә алам?
Исраилдар Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла, бәғелдәргә табына башланы.