23 күктәрҙән ҡолаҡ һал да ҡолдарыңа хөкөмөңдө сығар: ғәйепленең ҡылғанын үҙенең башына төшөрөп язала, ғәйепһеҙҙең хаҡлығын күрһәт һәм хаҡлығының әжерен бир.
«Кисә Мин Навоҫ менән уның улдарының ҡанын күрҙем. Ант итеп әйтәм, Мин һине ошо баҫыуҙа язалаясаҡмын», – тигәйне. Раббының шул һүҙҙәренә ярашлы, Йорамдың мәйетен Навоҫтың баҫыуына ташла, – тине.
Әгәр берәү яҡынына ҡарата гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнһә һәм ант итер өсөн ошо ҡорамға килһә, ҡорбан усағың алдында ғәйепһеҙмен тип ант итһә,
эштәренең әсе емешен татыр, яман ниәттәре менән туйыныр улар.
Яманды яҡлау, ғәйепһеҙгә ғәйеп ташлау – икеһе лә Раббы күҙендә әшәкелек.
Бабилға һәләк итеүсе килер, Һуғышсылары әсиргә төшөр, йәйәләре һыныр; Сөнки Раббы – ҡон ҡайтарыусы Алла, Әжерен ҡылғанына күрә бирер.
Гонаһ ҡылған кеше үләсәк. Улы атаһының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ, ата улының ғәйебен үҙ өҫтөнә алмаҫ. Тәҡүә кеше – тәҡүәлегенең, яуыз кеше яуызлығының әжерен алыр.
Әгәр ҡатын, иренә хыянат ҡылып нәжесләнгән булһа, ҡаһин уға эсергә биргән ҡәһәрле һыу эсенә инеп, уны ауыр ғазаптарға тарытыр: уның ҡорһағы күбер, эсе төшөр, һәм ул үҙ халҡы өсөн ҡәһәрҙең нисек тормошҡа ашҡанының миҫалы булып торор.
ә үҙен генә яратып, хәҡиҡәткә буйһонмайынса яуызлыҡ юлынан барыусыларға Алла ярһыуын һәм асыуын төшөрөр.
Әгәр ике кеше араһында дәғүә сыға икән, улар хөкөмдарға барһын һәм низағты хөкөмдарҙар тикшерһен: хаҡлыһын аҡлаһындар, ғәйеплеһен ғәйепле тип иғлан итһендәр.