21 Ошо урынға ҡарап доға ҡылған мин ҡолоңдоң һәм халҡың Исраилдың ялбарыуҙарын ишет. Күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – тороп ишет һәм ярлыҡа!
Һуңынан ҡаһиндар һәм левиҙәр аяғүрә баҫып халыҡты фатихалай. Уларҙың доғалары Алланың күктәрҙәге мөҡәддәс торлағына етеп, ҡабул ҡылына.
Әгәр берәү яҡынына ҡарата гонаһ ҡылыуҙа ғәйепләнһә һәм ант итер өсөн ошо ҡорамға килһә, ҡорбан усағың алдында ғәйепһеҙмен тип ант итһә,
Һин күктәрҙән – Үҙ торлағыңдан – уларҙың доғаһын һәм ялбарыуын ишет тә уларҙың яҡлаусыһы бул, Һинең алда ҡылған гонаһтарын ярлыҡа.
Ҡорамға артылыусылар йыры. Дауыттың йыры. Инде былай тиһен Исраил: Әгәр ҙә Раббы беҙҙең янда булмаһа,
Хәстәре күптең төшө буталыусан, ахмаҡтың һүҙе кәрәгенән күп булыусан.
Сөнки Раббы миңә былай тине: «Ҡояш нурынан яралған эҫе, Ураҡ мәлендәге ысыҡ болотолай, Торлағымдан тыныс ҡына ҡарап торасаҡмын».
Мин, Мин Үҙем, Үҙемдең хаҡыма Енәйәттәреңде юйып ташлайым, Гонаһтарыңды башҡаса иҫкә алмам.
Енәйәттәреңде – томан, Гонаһтарыңды болот һымаҡ тараттым. Миңә ҡайт, сөнки Мин һине йолоп алдым», – ти Раббы.
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Бөйөк Хакимым, ишет! Бөйөк Хакимым, кисер! Бөйөк Хакимым, ҡолаҡ һал! Беҙҙең үтенесебеҙҙе үтә, кисекмә – Үҙең хаҡына, Аллам минең, сөнки был – Һинең исемеңде йөрөткән Үҙеңдең ҡалаң һәм Үҙ халҡың.
Һинең һымаҡ гонаһтарҙы ярлыҡаған, Үҙ халҡының иҫән ҡалғандарының ғәйебен ғәфү ҡылған, Мәңгелеккә асыуын тотмаған, Тоғро һөйөүенән ләззәт алғанБашҡа алла бармы?
Беҙ үҙебеҙгә яҙыҡ эш ҡылғандарҙы ғәфү иткән кеүек, Һин дә беҙҙең яҙыҡ эштәребеҙҙе ярлыҡа.
Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын.