18 Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә, бәндәләр араһында йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Ысынын ғына әйткәндә, Алла ер йөҙөндә йәшәй буламы? Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Һинең өсөн мин һалдырған ҡорам нимә инде!
Мин төҙөйәсәк бина бөйөк, сөнки Аллабыҙ бөйөк, бөтә аллаларҙан юғарыраҡ.
Күк һынлы күктең асманы ла һыйҙыра алмаған Алла өсөн кемдең йорт һалырға көсө етер икән? Уға йорт төҙөү өсөн мин шул тиклем кем? Уға арнап ҡорбан килтерер өсөн генә булмаһа инде.
Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».
Эй Исраилдың Аллаһы Раббы, инде ҡолоң Дауытҡа әйткән һүҙең ғәмәлгә ашһа ине!
Эй Раббым Аллам, ҡолоң ҡылған доғаға, уның үтенесенә илтифат ит! Ҡолоңдоң ялбарыуына һәм доғаһына ҡолаҡ һал!
Балсыҡ өйҙәрҙә йәшәгән, Нигеҙе саң-туҙан булған, Һытып ташлауы көйәнән дә Анһатыраҡ булған әҙәмгә ышанһынмы?
Шулай булғас, нисек мин Уға яуап бирә алайым? Уның алдында мин нисек һүҙ табайым?
Мин ҡолоңдан йөҙөңдө йәшермә, Ауыр миңә, йәһәтерәк яуап ҡайтар!
Мөһабәт һәм бөйөк, Мәңге йәшәүсе, исеме Изге былай ти: «Бейек һәм мөҡәддәс урында төйәк итһәм дә, Хәсрәтлеләр, рухы төшөнкөләр янындамын, Баҫалҡыларҙың рухын күтәрәм, Хәсрәтлеләрҙең йөрәген терелтәм.
Раббы былай ти: «Күк – тәхетем Минең, Ә ер – аяҡтарым аҫтындағы баҫҡыс. Һеҙ Миңә ниндәй йорт һалып бирә алаһығыҙ? Ҡайһы урында Мин тынғылыҡ табырмын?
Берәйһе Мин күрмәҫлек урынға боҫа аламы? Күк менән ер тултырып торған Мин түгелме ни?» – тип белдерә Раббы.
Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар.
Шулай булғас, һеҙ үҙегеҙ яман була тороп та, балаларығыҙға яҡшылыҡ өләшә беләһегеҙ икән, күктәге Атағыҙ Үҙенән һорағандарға яҡшы нәмәләрҙе һис шикһеҙ бирәсәк.
Донъяны һәм унда булған һәммә нәмәне бар иткән Алла – Ул күктәрҙең һәм ерҙең Хужаһы. Ул кеше ҡулы менән төҙөлгән ҡорамдарҙа йәшәмәй,
Мин Мәсихкә инаныусы бер кешене беләм, ул бынан ун дүрт йыл элек (тик тәнендәме, тәненән башҡамы – белмәйем, ул Аллаға ғына билдәле) күктең өсөнсө ҡатына тиклем күтәреп алынды.