Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 6:13 - Изге Яҙма

13 Ул баҡырҙан иңе-буйы биш терһәк, бейеклеге өс терһәк күтәрмә яһатып, уны ихатаның уртаһына ҡуйҙырған була һәм ошо мәлдә шуның өҫтөндә тора. Бөтә Исраил йыйыны алдына теҙләнеп, ҡулдарын күккә һона ла:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 6:13
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Эске ихата өс ҡаты юнылған таштан һәм бер ҡаты кедр бүрәнәләренән эшләнгән ҡойма менән уратып алынды.


Ҙур ихата иһә өс рәте эшкәртелгән таштан һәм бер рәте кедр бурсанан эшләнгән ҡойма менән уратып алынды. Раббы йортоноң эске ихатаһы һәм айуаны шулай уҡ ҡойма менән уратылды.


Раббыға ошо доға-үтенестәрен тамамлағандан һуң, тубыҡланған килеш ҡулдарын күккә һоноп ҡорбан усағы алдында торған Сөләймән аяғөҫтө баҫты.


Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә.


Артабан Сөләймән Раббының ҡорбан усағы ҡаршыһында, Исраил йыйыны алдына баҫа ла ҡулдарын юғары күтәрә.


Киске ҡорбан мәле еткәс, ҡайғырып ултырған урынымдан тороп, өҙгөләнеп бөткән кейемдә теҙләндем дә, ҡулдарымды Аллам Раббыма һоноп


Был хәбәрҙе ишеткәс, ултырып иланым, әллә нисә көн хәсрәткә батып йөрөнөм, ураҙа тотоп, Күк Аллаһына доға ҡылдым.


Ғилем эйәһе Ғөзәйер ошо уңай өсөн махсус эшләнгән ағас мөнбәрҙә баҫып торҙо, ә уның уң яғынан Маттиҫъяһ, Шемағ, Ғанаяһ, Урияһ, Хилҡияһ, Мағасеяһ, ә һул яғынан Педаяһ, Мишаил, Малкияһ, Хашум, Хашбаддана, Зәкәрьяһ һәм Мешуллам тора ине.


Дәрәжә һәм шөһрәт Уның хозурында, Изге торлағында – ҡеүәт һәм гүзәллек.


– Ҡаланан сығып, ҡулдарымды Раббыға табан күтәреү менән, йәшен туҡтар, боҙ яумаҫ булыр. Шул саҡ ерҙең Раббыныҡы булғанын белерһең.


Даниил, бындай фарман сығарылғанын белә тороп та, өйөнә ҡайтыр һәм, өҫкө ҡатындағы тәҙрәләре Йәрүсәлим яғына ҡараған бүлмәгә инеп, әүәлгесә, көнөнә өс тапҡыр үҙ Аллаһы алдына теҙләнеп, Уға доға ҡылыр, Уны данлар булды.


Ғайса Үҙе, уларҙан таш бәреме алыҫлығындай ситкә китеп, тубыҡланып доға ҡылды:


Һөйләп бөткәс, тубыҡланып, улар менән бергә доға ҡылды.


Әммә, китер ваҡыт еткәс, юлға сыҡтыҡ. Барлыҡ иманлылар ҡатындары һәм балалары менән беҙҙе ҡаланан сыҡҡансы оҙата барҙы, ә яр буйына килеп еткәс, бөтәбеҙ бергә тубыҡланып доға ҡылдыҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ