1 Шул саҡ Сөләймән былай ти: – Раббы ҡуйы ҡараңғылыҡта төйәкләнергә теләне.
Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.
Раббы Үҙенең ҡотҡарыуын белдерҙе, Ҡәүемдәргә хаҡлығын күрһәтте.
Халыҡ ситтәрәк ҡарап торҙо, Муса Алла янына, ҡара болот эсенә инеп китте.
– Ағайың Һарунға әйт, пәрҙә артындағы Иң мөҡәддәс урынға теләһә ҡайһы ваҡытта инмәһен, Изге һандыҡ өҫтөндәге ҡапҡасҡа яҡынламаһын, юғиһә үлер. Мин бит ҡапҡас өҫтөндә, болот эсендә пәйҙә булырмын.
Раббы асыуланмай оҙаҡ түҙә, Әммә ҡеүәте Уның сикһеҙ; Золомдо язаһыҙ ҡалдырмай, Уның юлы – дауыл, ғәрәсәттер, Ә болот – аяғы аҫтындағы туҙан.
Бына һеҙ, яҡынлашып, тауҙың итәгенә баҫтығыҙ. Тау, ялҡыны күктәргә олғашып, яна ине. Тирә-яҡты ҡара болоттар менән ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡаплағайны.
Һеҙ ҡағылып ҡарарға мөмкин булған дөрләп янған тауға ла, эңергә һәм дөм ҡараңғыға ла, дауылға ла,