14 Болот арҡаһында ҡаһиндар хеҙмәтен башҡара алмаҫ була, сөнки Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.
былай ти: – Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы Раббы! Һин асмандарҙағы Алла! Һин бар халыҡтарҙың батшалыҡтары өҫтөнән хакимлыҡ итәһең. Һинең ҡулыңда – көс һәм ҡөҙрәт, һис кем Һиңә ҡаршы тора алмай!
Сөләймән доғаны тамамлағас, күктән ут төшә, тотош яндырыу һәм башҡа ҡорбандарҙы ялмай. Раббының шөһрәте ҡорамды тултыра.
Ҡаһиндар Раббы ҡорамына инә алмай, сөнки уға Раббы шөһрәте тула.
Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.
Муса Осрашыу сатырына инә алманы, сөнки уны болот ҡаплағайны һәм Изге торлаҡҡа Раббының шөһрәте тулғайны.
Раббының шөһрәте, кирубтар өҫтөнән күтәрелеп, ҡорамдың тупһаһына барып туҡтаны. Ҡорам – болот менән, ә ихата эсе Раббы шөһрәтенең балҡышы менән тулды.
Берҙән-бер үлемһеҙ Зат, буй етмәҫ яҡтылыҡта торған, бер кеше лә күрмәгән һәм күреү мөмкин дә булмаған Аллаға – хөрмәт һәм мәңгелек хакимлыҡ! Амин.
Алла йорто Алланың шөһрәтенән һәм ҡөҙрәтенән төтөн менән тулды, һәм ете фәрештәнең ете бәлә-ҡазаһы тамамланмайынса, унда бер кем инә алманы.