ІІ Йылъяҙма 5:12 - Изге Яҙма12 бөтә йырсы левиҙәр – йоҡа етендән кейенгән, ҡулдарына лира, арфа, һуҡма тәрилкәләр тотҡан Асаф, Һеман, Йедуҫун, уларҙың улдары һәм туғандары ҡорбан усағының көнсығыш яғына теҙелә. Уларҙың янында борғо ҡысҡыртыусы йөҙ егерме ҡаһин була. အခန်းကိုကြည့်ပါ။ |
Ҡаһиндар үҙ урындарын ала. Левиҙәр, Дауыт батшаның Раббыны маҡтау өсөн яһаттырған һәм «Уның тоғро мөхәббәте мәңгелек!» тип мәҙхиә йырлағанда ҡуллана торған уйын ҡоралдарын күтәреп, ҡаһиндарҙың эргәһендә үҙ урындарына тора. Ҡаһиндар, левиҙәр ҡаршыһында баҫып, борғо ҡысҡырта, барлыҡ исраилдар аяғүрә тора.