8 Тағы ла ун өҫтәл яһатып, ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ҡуйҙыра, шулай уҡ ҡан һирпеү өсөн йөҙ алтын сеүәтә эшләтә.
Сөләймән шулай уҡ Раббы йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтте: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға алтын өҫтәл;
Сөләймән Алла йорто өсөн тағы ла башҡа әйберҙәр эшләтә: алтын ҡорбан усағы һәм изге икмәктәрҙе Раббы хозурына ҡуйырға өҫтәлдәр,
Күк ғәскәрҙәре Раббыһы был тауҙа Бар халыҡтар өсөн затлы ризыҡтарҙан, Затлы шараптарҙан табын ҡорор. Унда туҡлыҡлы ризыҡтар, һөҙөлгән шарап булыр.
Минең Изге торлағыма бары улар ғына инер, Миңә хеҙмәт итер һәм эштәремде башҡарыр өсөн өҫтәлемә бары улар ғына яҡынлашыр.
Ул көндө аттарҙың ҡыңғырауында ла «Раббыға бағышлана» тип яҙылыр. Раббы ҡорамындағы ҡаҙандар ҙа, ҡорбан усағы алдындағы сеүәтәләр кеүек, изге булыр.
Ә һеҙ Минең исемемде хурлайһығыҙ, һеҙҙеңсә, бөйөк Хакимдың өҫтәле лә бысраҡ, ниғмәттәре лә хөрмәткә лайыҡ түгел.
Раббы туҫтағынан да, ен туҫтағынан да бер юлы эсә алмайһығыҙ. Раббының да, ендең дә табынында бер юлы ҡатнашыу мөмкин түгел.