7 Ҡағиҙәгә ярашлы, алтындан ун шәмдәл эшләтә һәм ҡорамдың эсендә: бишеһен – уң, бишеһен һул яҡҡа ултырттыра.
Таяуҙарҙың бишәүһен ҡорамдың көньяғына, бишәүһен төньяғына урынлаштырҙы. Баҡыр диңгеҙҙе ҡорамдың уң яғына, көньяҡ-көнсығыш тарафҡа урынлаштырҙы.
ҡорамдың эске бүлмәһе ҡаршыһына уң яҡҡа биш, һул яҡҡа биш саф алтын шәмдәл; алтын сәскәләр, майшәмдәр, ҡыҫҡыстар;
Дауыт шулай уҡ Раббы йортоноң ихаталары һәм әйләнәләге бүлмәләр, Алла өйө хазиналары ҡаҙнаһы һәм Раббыға бағышланған әйберҙәр ҡаҙнаһы өсөн күңеленән ниәт иткән бөтә нәмәләрҙе лә әйтә.
Ғибәҙәт ҡылғанда ҡулланыла торған алтын һәм көмөш әйберҙәрҙе яһау өсөн күпме алтын һәм көмөш кәрәк буласағын күрһәтеп бирә:
майшәмдәр менән уларҙың алтын шәмдәлдәре өсөн, ниндәй маҡсатта ҡулланылырына ҡарап, күпме алтын һәм көмөш;
– Быларҙың барыһын да Раббы әйткәндәрҙән яҙып алдым. Ул мине бөтә был төҙөлөш эштәренә төшөндөрҙө, – ти Дауыт.
Ғайса йәнә халыҡҡа өндәште: – Мин – донъяға яҡтылыҡмын. Миңә эйәргәндәр ҡараңғыла аҙашып йөрөмәҫ, сөнки уларҙың тормошҡа алып барыусы яҡтылығы буласаҡ.
Ерҙәге ҡаһиндар хеҙмәт иткән урын күктәге Изге йорттоң ишараты һәм күләгәһе генә. Шуға күрә Мусаға Изге сатыр ҡорор алдынан Алла тарафынан: «Ҡара уны, барыһын да тауҙа тап һиңә күрһәтелгән өлгө буйынса эшлә», – тип иҫкәртелгән.
Һин күргән ете алтын шәмдәлдең һәм уң ҡулымда күргән ете йондоҙҙоң сере шунда: ете йондоҙ – имандаштарҙың ете берҙәмлегенең фәрештәләре, ә ете шәмдәл – имандаштарҙың ете берҙәмлеге ул.