Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:5 - Изге Яҙма

5 Тәхеткә ултырғанда Йеһояҡимға егерме биш йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә. Ул Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:5
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.


Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды:


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлыҡ иткән көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды:


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы хакимлығының дүртенсе йылында Йермеяһ пәйғәмбәр әйтеп торған һүҙҙәрҙе Нерияһ улы Барух төргәк китапҡа яҙып ҡуйғандан һуң, Йермеяһ пәйғәмбәр уға әйтте:


Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим идара иткән дәүерҙең өсөнсө йылында Бабил батшаһы Навуходоносор килеп Йәрүсәлимде ҡамауға алды.


Раббы Хаким Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡимды һәм Алла ҡорамының йыһаздарының бер өлөшөн уның ҡулына бирҙе. Навуходоносор был әйберҙәрҙе Шинғарға үҙ илаһының ҡорамына алып ҡайтты һәм уның хазина һаҡлағысына урынлаштырҙы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ