4 Фирғәүен Нехо Йеһоахаздың ағаһы Әлъяҡимды, исемен Йеһояҡим тип үҙгәртеп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлим өҫтөнән батша итеп ҡуя, Йеһоахазды иһә Мысырға алып китә.
Йошияһтың баш балаһы – Йоханан, икенсе улы – Йеһояҡим, өсөнсөһө – Сидкияһ, дүртенсеһе – Шаллум.
Мысыр батшаһы уны Йәрүсәлимдәге тәхетенән ҡолата һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш һәм бер талант алтын күләмендә түләү һала.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы тәхеткә ултырғандың дүртенсе йылында Йермеяһҡа Йәһүҙә халҡы тураһында Раббы һүҙе булды. Был Навуходоносорҙың Бабилға батша булыуының тәүге йылы ине.
Йәһүҙәлә Йеһояҡим Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Раббынан Йермеяһҡа ошондай һүҙ булды: