Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:22 - Изге Яҙма

22 Фарсы батшаһы Кир хакимлығының беренсе йылында Раббы, Йермеяһ аша еткергән һүҙен ғәмәлгә ашырып, Фарсы батшаһы Кирҙың күңелендә теләк уята. Шуға күрә Кир үҙ батшалығының бөтә тарафтарында һүҙ менән дә, яҙма рәүештә лә ошоларҙы иғлан итергә фарман бирә:

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:22
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы Эдом батшалары тоҡомонан булған Һададты Сөләймәнгә дошман итте.


Алла Әлъядағ улы Резонды ла Сөләймәнгә ҡаршы ҡуйҙы. Резон үҙенең хужаһы Сова батшаһы Һададғәзәрҙән ҡасып китеп,


Шул сәбәпле Исраил Аллаһы Ашшур батшаһы Пулда (йәғни Тиглат-Пиләсәрҙә) уларға ҡаршы һуғыш ҡомары уята, ә ул рәүвәндәр менән ғадтарҙы, Менашше ырыуының яртыһын Халахҡа, Хаворға һәм Һараға, шулай уҡ Гозан йылғаһы буйҙарына һөргөнгә ҡыуа. Улар әле лә шунда көн итә.


Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.


«Алла ҡоло Муса сүлдә саҡта исраилдарға һалған түләүҙе Раббыға алып килегеҙ», – тип бөтә Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә иғлан итәләр.


Беер-Шәвәғтән алып Данға тиклем барлыҡ исраилдарға, һәммәһенә Исраил Аллаһы Раббының Ҡотҡарылыу байрамын билдәләү өсөн Йәрүсәлимгә килергә ҡушып иғлан ителә, сөнки уны ҡанун ҡушҡанса бөтөн халыҡ менән үткәргәндәре булмай.


Ә тупраҡ шәмбе ялына рәхәтләнә. Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр иғлан иткән һүҙҙәре буйынса, етмеш йыл үткәнгә тиклем ул үҙенең буш ятҡан дәүерендә шәмбене һаҡлай.


Фарсы батшаһы Кир шуны мәғлүм ҡыла: Күк Аллаһы Раббы донъяның бөтә батшалыҡтарын миңә бирҙе. Ул Йәһүҙәләге Йәрүсәлим ҡалаһында Үҙенә бер йорт һалырға ҡушты. Уның халҡынан булғандар – Аллалары Раббы улар менән булһын! – шунда барһын.


Бына шул саҡ Йәһүҙә һәм Бинйәмин ырыуҙары башлыҡтары, ҡаһиндар менән левиҙәр, Алла күңелдәренә рух һалған һәр кеше Йәрүсәлимдәге Алла йортон төҙөргә тип аяҡҡа баҫты.


Кир хаҡында: „Ул – минең көтөүсем, Ихтыярымды бойомға ашырыр“, Йәрүсәлимгә: „Яңынан төҙөләсәкһең!“ Ҡорамға: „Ҡабат ҡороласаҡһың!“ – тип әйтәм».


Кирҙы Үҙемдең ғәҙел ниәтем менән күтәрҙем. Мин уның бөтә юлдарын тигеҙләйәсәкмен. Ул Минең ҡаламды төҙөйәсәк, Һөргөндәге кешеләремде Түләүһеҙ һәм ришүәтһеҙ азат итәсәк». Күк ғәскәрҙәре Раббыһы шулай ти.


Етмеш йыл үткәндән һуң, Бабил батшаһын, уның халҡын һәм халдейҙар илен ҡылған енәйәттәре өсөн язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Мин был ерҙе мәңгелек бушлыҡҡа әйләндерәсәкмен.


Бабилдар ҙа күп ҡәүемдәргә, бөйөк батшаларға ҡол булырҙар. Ҡылған ғәмәлдәренә күрә Мин уларға тейешле әжерен бирермен».


Раббы былай ти: «Бабил өсөн етмеш йыл тамам булғас, һеҙҙе хәстәрләрмен, биргән һүҙемә тоғро ҡалып, һеҙҙе ошо ергә ҡайтарырмын.


Фарсы батшаһы Кир хакимлығының өсөнсө йылында икенсе исеме Белтешассар булған Даниилға бер һүҙ асылды – оло һуғыш тураһында хаҡ хәбәр еткерелде. Даниил уның асылына үҙенә иңгән күренмеш аша төшөндө.


Шулай итеп, Даниил Дарий, шулай уҡ фарсы Кир идара иткән йылдарҙа имен-аман көн итте.


Раббы Йәһүҙәнең өлкә башлығы Шеалтиил улы Зеруббавелдың, баш ҡаһин Йеһосадаҡ улы Йеһошуағтың, халыҡтың иҫән ҡалғандарының бөтәһенең рухына ҡеүәт бирҙе һәм улар Дарий батша тәхеткә ултырғандың икенсе йылында, алтынсы айҙың егерме дүртенсе көнөндә, Аллалары, Күк ғәскәрҙәре Раббыһының йортонда эшкә тотондо.


Беҙгә өмөт биргән иманды тотоуыбыҙҙа ныҡ торайыҡ, сөнки вәғәҙә биргән Зат – тоғро.


Хакимым батша! Зинһар, ҡолоңдо тыңлаһаңсы! Әгәр һине миңә ҡаршы Раббы ҡуҙғатҡан булһа, килтерелгән ҡорбан менән ҡәнәғәт ҡалһын. Әгәр ҙә быны әҙәм балалары эшләгән икән, улар Раббының ҡарғышын алһын, сөнки: «Кит, ят илаһтарға хеҙмәт ит», – тип мине Раббымдың биләмәһендәге өлөшөмдән ситкә тибәрәләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ