19 Алла ҡорамын яндыралар, Йәрүсәлим диуарҙарын емерәләр, бөтә затлы һарайҙарҙы үртәйҙәр, затлы әйберҙәрен ваталар.
Ә был ҡорам харабаға әйләнер һәм уның янынан үткән һәр кем аптырап, ҡурҡып: «Раббы ниңә был илде һәм ҡорамды шул хәлгә ҡалдырҙы икән?» – тип һыҙғырып ҡуйыр.
„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.
Үҙем биргән тупраҡтан Исраилды йолҡоп ташлармын; исемемә бағышланып, Мин изгеләштергән был ҡорамдан ваз кисермен һәм, бөтә халыҡтар алдында уны мәсхәрәгә ҡалдырып, ғибрәткә әйләндерермен.
Улар былай тине: – Әсирлектән ҡотолоп ҡайтҡандар унда, өлкәлә, үтә ауыр һәм кәмһетелгән хәлдәләр; Йәрүсәлимдең диуарҙары емерелгән, ҡапҡалары яндырылған.
– Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.
Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.
Күршеләребеҙҙең талашына сәбәп иттең, Дошмандарыбыҙ бот сабып көлә.
Миңә нәфрәт тотоусылар бөгөлөп төшөр, Язалары мәңге дауам итер ине.
Уны ташландыҡ хәлгә төшөрәм: Ботаҡтарын тәрбиәләп киҫмәҫтәр, Ерен йомшартмаҫтар – Әйҙә сәнскәк менән билсән баҫһын. Болоттарға бойороҡ бирәм: Өҫтөнә ямғыр яумаһын.
Мин был ҡалаға яҡшылыҡ түгел, яманлыҡ ҡылырға ҡарар иттем, – тип белдерә Раббы. – Был ҡала Бабил батшаһы ҡулына тапшырыласаҡ, батша уны утта яндырасаҡ».
Һеҙҙе ҡылған ғәмәлдәрегеҙгә күрә язалаясаҡмын, – тип белдерә Раббы. – Урманығыҙға Мин ут төртөрмөн, Ул бар тирә-яҡты яндырып юҡҡа сығарыр“».
Ҡаланы ҡамауҙа тотҡан халдейҙар, инеп, уға ут төртөрҙәр, йорттарын яндырырҙар. Шул йорттарҙың түбәләрендә Йәрүсәлим халҡы, Мине асыуландырып, Бәғел хөрмәтенә хуш еҫ төтәтеп, сит илаһтарға бағышлап, шарап ҡорбандары түгә ине бит!
Шулай икән, исемемә бағышланған, өмөтөгөҙҙө бағлаған был ҡорамды ла, һеҙгә һәм ата-бабаларығыҙға биргән урынды ла Шило хәленә ҡалдырасаҡмын.
„Бында Раббының ҡорамы! Раббының ҡорамы, Раббының ҡорамы бында!“ – тигән алдатҡыс һүҙҙәргә ышанмағыҙ.
Алтын нисек тоноҡланды! Алтындың иң сафы төҫһөҙләнеп ҡалды. Һәр бер урамдың сатында Изге аҫылташтар аунап ята.
Шуға күрә лә һеҙҙең арҡала Сион баҫыу һымаҡ һөрөләсәк, Йәрүсәлим таш өйөмөнә әйләнәсәк, Ҡорам тауын урман ҡаплаясаҡ.
Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.
– Килер көндәр, һеҙ бында күргәндәрҙең барыһы ла ҡыйраласаҡ – таш өҫтөндә таш та ҡалмаясаҡ, – тине.