Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:17 - Изге Яҙма

17 Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:17
39 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Зәкәрьяһҡа ҡаршы фетнә ойошторола, батша бойороғо буйынса, уны Раббы ҡорамы ихатаһында таш бәреп үлтерәләр.


Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.


„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.


Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


Йырсылар етәксеһенә: «Килешеү лилиәһе» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Уҡтары егеттәрҙе тишә атыр, Улар сабыйҙарҙы аяп тормаҫ. Күҙҙәре балаларға ҡыҙғанып баҡмаҫ».


Шуға ла Мин Изге йорттоң башлыҡтарын харам ҡылдым, Яҡупты – һәләкәткә, Исраилды хурлыҡҡа дусар иттем.


Үҙ халҡыма асыуландым, Уны, биләмәмде, хурлыҡҡа ҡалдырып, һиңә бирҙем. Ә һин уларға мәрхәмәт күрһәтмәнең, Хатта ҡарттарға ҡалып кейҙерҙең.


Шуға күрә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы әйтә: «Мин уларҙы язалаясаҡмын. Егеттәре ҡылыстан үлер, ул-ҡыҙҙары аслыҡтан ҡырылыр.


Был ерҙә затлы кеше лә, ябайы ла үлер, уларҙы һис кем ерләмәҫ; һис кем улар өсөн ҡайғырып тәненә яра һалмаҫ, сәсен алдырмаҫ.


Улай икән, балаларын аслыҡҡа дусар ит, Ҡылыс йөҙөнә ташла. Ҡатындары баланан яҙһын, тол ҡалһын. Ир-аттары үләттән ҡырылһын, Егеттәр яуҙа ҡылыстан һәләк булһын.


Сидкияһ батша түбәндәгеләрҙе әйтер өсөн Малкияһ улы Пашхур менән Мағасеяһ улы Сефанъяһ ҡаһинды Йермеяһҡа ебәрҙе. Шунда Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды. Пашхур менән Сефанъяһ былай тинеләр:


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Шуға күрә Раббы былай ти: «Ҡара, был ҡаланы халдейҙар – Бабил батшаһы Навуходоносор ҡулына бирәм, һәм ул ҡаланы баҫып алыр.


Раббы былай ти: – Был халыҡтың башына әлеге бөйөк һәләкәтте нисек килтергән булһам, уларға вәғәҙә иткән барлыҡ яҡшылыҡтарҙы ла шулай уҡ бирермен.


Инде әйткәнен эшләне, һәләкәт юлланы, сөнки һеҙ Раббыға ҡаршы гонаһ ҡылдығыҙ, уның әйткәндәрен тыңламанығыҙ, шуға күрә ошо бәлә-ҡазаға юлыҡтығыҙ.


Һинең менән ирҙәрҙе һәм ҡатындарҙы, Һинең менән йәшен-ҡартын, Егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы Мин ҡыйратам;


«Ана, тәҙрәләребеҙҙән үлем үрмәләй, Һарайҙарыбыҙға бәреп керә, Урамдарҙа – балаларыбыҙҙы, Майҙандарҙа йәштәребеҙҙе юҡ итте».


Ғәм халыҡты һиңә ҡаршы күтәрерҙәр, улар һине таш бәреп үлтерер һәм ҡылыс менән тураҡлап ташлар.


Ә һин, эй әҙәм улы, пәйғәмбәрлек итеп әйт, Ғаммон халҡы һәм уларҙың мыҫҡыллауы тураһында Раббы Хаким былай ти: «Ҡылыс, ҡылыс! Ҡырыр өсөн ҡынынан сығарылған, Юҡ итер өсөн, Йәшен кеүек ялтлаһын өсөн ҡайралған.


Раббы ҡаза ебәреүҙе кисектермәне, беҙгә бәлә йүнәлтте. Аллабыҙ Раббы Үҙенең барлыҡ ғәмәлдәрендә лә хаҡ, ә беҙ Уға ҡолаҡ һалманыҡ.


Ҡолдарым пәйғәмбәрҙәр аша бойорған һүҙҙәрем һәм ҡағиҙәләрем ата-бабаларығыҙға барып етмәнеме ни? Улар ҙа Миңә кире ҡайтып: «Күк ғәскәрҙәре Раббыһы ҡыуған юлдарыбыҙға һәм ҡылған ғәмәлдәребеҙгә күрә беҙгә нимә эшләргә ниәтләһә, шуны тормошҡа ашырҙы», – тинеләр.


мин һеҙҙе бөгөн киҫәтеп әйтәм, мотлаҡ һәләк булырһығыҙ, Иордан йылғаһы аша сығып биләр өсөн барған ерегеҙҙә оҙаҡ йәшәй алмаҫһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ