Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:13 - Изге Яҙма

13 Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:13
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа батша, Ғивғон кешеләрен саҡырып алып, улар менән һөйләште. Ғивғон кешеләре Исраил ырыуҙарынан түгел ине, әмөриҙәрҙән ҡалғайны улар. Исраилдар уларға зыян килтермәҫкә ант иткәйне. Әммә Шаул, Исраил менән Йәһүҙәнең мәнфәғәтен ҡайғыртып, уларҙы ҡырып бөтөрөргә тырышҡайны.


Әммә бер йылды Һошеяғ Мысыр фирғәүене Соға ярҙам һорап илселәр ебәрҙе һәм Ашшурға һәр йыл түләргә кәрәк булған яһаҡты түләүҙән туҡтаны. Ашшур батшаһы, Һошеяғтың хыянаты тураһында белгәс, уны ҡулға алып, зинданға ултыртты.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


Халҡын Үҙенә ҡайтарам тип, Раббы уларға пәйғәмбәрҙәрен ебәрә. Әммә халыҡ пәйғәмбәрҙәрҙең киҫәтеүенә ҡолаҡ һалмай.


Атайҙарығыҙ шикелле таш бәғерле булмағыҙ, Раббыға буйһоноғоҙ, Уның Изге торлағына, Ул мәңгелеккә мөҡәддәс ҡылған урынға, килегеҙ; үҙегеҙҙең Аллағыҙ Раббыға хеҙмәт итегеҙ, ана шунда Ул һеҙгә булған ялҡынлы асыуын тыйып ҡалыр.


Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


Батшаға шул мәғлүм булһын: һинең илдән күскән йәһүдтәр беҙҙең яныбыҙға, Йәрүсәлимгә, килеп был фетнәсел яман ҡаланы төҙөй башланы, әле улар диуарҙарын аяҡҡа баҫтыра, нигеҙҙәрен йүнәтә.


Һин уларҙы элекке кеүек ҡануның буйынса йәшәргә өгөтләнең, әммә улар, тәкәбберләнеп, бойороҡтарыңа иғтибар итмәне. Һинең ҡарар-хөкөмдәреңде үтәгән һәр кем йәшәү тапһа ла, уларға ҡаршы гонаһ ҡылдылар, тиҫкәреләнделәр, ҡарыштылар, буйһонорға теләмәнеләр.


Ят илаһтарға эйәргәндәрҙең хәсрәте артыр. Мин боттарға ҡанлы ҡорбандар килтермәм, Исемдәрен телемә лә алмам.


Фирғәүен һаман да ҡарышты. Барыһы ла Раббы әйткәнсә булды – ул Муса менән Һарунды тыңламаны.


Еңеллек килгәнен күреп, фирғәүен йәнә ҡарышты: Раббы алдан әйткәнсә, Муса менән Һарунды тыңламаны.


Ләкин фирғәүен тиҫкәреләнеүен белде: халыҡты был юлы ла ебәрмәне.


Әле һин һаман да Минең халҡымдан өҫтөн ҡыланаһың, уны ебәрмәй ҡарышаһың.


Тиҫкәре икәнеңде, муйыныңдың – тимер, Маңлайыңдың баҡыр булғанын белгәнгә күрә,


Һошағъяһ улы Ғазаръяһ, Ҡареах улы Йоханан һәм башҡа тәкәббер әҙәмдәр уға: – Ялған һөйләйһең! – тине. – Аллабыҙ Раббы һине: «Мысырға бармағыҙ, унда төйәкләнмәгеҙ», – тип әйтергә ебәрмәгән.


Ләкин ул тәкәбберләнде, эреләнеп, һауаланып китте, шуға ла батша тәхетенән төшөрөлдө һәм үҙенең бар шөһрәтенән мәхрүм ителде.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы Үҙ Рухы менән элекке пәйғәмбәрҙәр аша ебәргән ҡанунды һәм уның һүҙҙәрен ишетмәҫ өсөн йөрәктәрен таш кеүек ҡатырҙылар. Шул арҡала Күк ғәскәрҙәре Раббыһы уларға бик ныҡ асыуланды.


кем дә кем Раббыға нәҙер әйтһә йәки үҙен вәғәҙә анты менән бәйләһә, ул һүҙендә торһон, әйткәненең һәммәһен үтәһен.


Яуап шулай булыр: «Ата-бабаларының Аллаһы Раббы уларҙы Мысырҙан сығарғанда үҙ-ара төҙөшкән килешеүҙе тотманылар.


Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ.


сүллектә һынау көнөндә ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай, йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын.


Йушағ, ғивғондар менән тыныслыҡ тураһында килешеү төҙөшөп, ғүмерҙәрен һаҡлап алып ҡалырға вәғәҙә бирҙе. Исраил йәмғиәте башлыҡтары ант итте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ