Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 36:11 - Изге Яҙма

11 Тәхеткә ултырғанда Сидкияһҡа егерме бер йәш була. Ул Йәрүсәлимдә ун бер йыл батшалыҡ итә

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 36:11
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.


Был Йәһүҙә батшаһы Йеһояҡим Йошияһ улы заманында ла, Сидкияһ Йошияһ улы батшалығының ун беренсе йылының бишенсе айына хәтле – Йәрүсәлим халҡы һөргөнгә ҡыуылғансы – дауам итте.


Йәһүҙәлә Сидкияһ Йошияһ улы батшалыҡ итә башлаған көндәрҙә Йермеяһҡа Раббы һүҙе булды.


Шул уҡ йылдың бишенсе айында, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ хакимлығының башында, дүртенсе йылында, Ғивғондан Ғаззур улы Хананъяһ пәйғәмбәр Раббы йортонда ҡаһиндар һәм бөтә халыҡ алдында миңә былай тине:


Дауыт тәхетендә ултырған батша һәм Йәрүсәлимдә ҡалған халыҡ, йәғни һеҙҙең менән бергә һөргөнгә китмәгән ҡәрҙәштәрегеҙ тураһында Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:


– Исраил Аллаһы Раббы былай ти: «Бар, Йәһүҙә батшаһы Сидкияһҡа әйт, Раббы былай ти: „Был ҡаланы Бабил батшаһы ҡулына бирәм, ул ҡалаға ут төртөр.


Әммә Сидкияһ үҙе лә, ярандары ла, ил халҡы ла Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ