Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 35:8 - Изге Яҙма

8 Түрәләр ҙә үҙ теләктәре менән халыҡҡа, ҡаһиндарға һәм левиҙәргә хәйер тарата: Хилҡияһ, Зәкәрьяһ, Йехиил, Алла ҡорамындағы мөдирҙәр Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны итеп ҡаһиндарға ике мең алты йөҙ һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс йөҙ үгеҙ бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 35:8
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Беләм, Аллам, һин йөрәктәрҙе һынайһың һәм ихласлыҡты яратаһың; мин быларҙың бөтәһен дә ихлас күңелдән тапшырҙым. Бына бөгөн күрәм, бында йыйылған халҡың да Һиңә шатланып бүләктәр килтерә.


Әүәл Пинхас Әлғазар улы улар өҫтөнән башлыҡ була һәм Раббы уны ҡурсалап йөрөтә.


сөнки Йәһүҙә батшаһы Хизкияһ йыйылыусыларға мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал; түрәләр шулай уҡ йыйын өсөн мең баш үгеҙ башмаҡ менән ун мең баш ваҡ мал бирә. Ҡаһиндарҙың да күптәре изгеләнә.


Хизкияһ батша менән Алла ҡорамының мөдире Ғазаръяһ күрһәтмәһенә ярашлы, Йехиил, Ғазазъяһ, Нахаҫ, Ғасаһил, Йеримоҫ, Йозавад, Әлиил, Исмахъяһ, Махаҫ һәм Бенаяһ Конанъяһ менән уның ҡустыһы Шимғи ҡарамағындағы һаҡсылар була.


Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.


Йошияһ халҡына, шундағыларҙың һәммәһенә, Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбанлығы итеп, утыҙ мең баш һарыҡ һәм кәзә бәрәстәре, өс мең баш үгеҙ бирә. Былары батша мөлкәтенән була.


Уларҙың бергә йәшәгән бөтә күрше-күләне хәйер-саҙаҡанан тыш көмөш һауыт-һаба, алтын, башҡа төр мөлкәт, мал-тыуар, ҡиммәтле әйберҙәр биреп ярҙам итте.


Һин Бабил өлкәһендә йыйылған барлыҡ алтын-көмөштө, халыҡтың һәм ҡаһиндарҙың Аллаларының Йәрүсәлимдәге йортона бүләк иткән саҙаҡаларын да алып барырһың.


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы беҙҙең менән, Яҡуп Аллаһы – беҙҙең ҡәлғәбеҙ. Села


Шунан Исраил етәкселәре, йәғни халыҡ һанын алыу өсөн яуаплы булған ырыу һәм ғаилә башлыҡтары саҙаҡалар алып килде.


Петрус һәм Яхъя халыҡ менән һөйләшкән арала, улар янына ҡаһиндар, Алла йорто һаҡсылары башлығы һәм саддукейҙар килде. Ғайсаның терелеүе нигеҙендә үленән терелеү тураһында вәғәз һөйләп, халыҡты өйрәткән Ғайса илселәренә уларҙың асыуҙары килде.


Ошонан һуң тәртип һаҡсылары башлыҡтары менән бергә илселәрҙе барып алып килделәр. Халыҡ таш бәрә башлар тип ҡурҡып, илселәргә көс ҡулланманылар.


Әгәр бүләк биргән кешенең тырышлығы булһа, был бүләк Алла тарафынан нимәһе булмағанға ҡарап түгел, ә нимәһе булғанға ҡарап хуплана.


Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ