Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:31 - Изге Яҙма

31 Батша, үҙ урынына баҫып, Раббы менән килешеү төҙөй: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:31
30 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡараһа, ни күрә: батша тап йола ҡушҡанса ҡалҡыу урында тора, уны тирәләп хәрби башлыҡтар менән борғосолар баҫҡан, ил халҡы ҡыуаныша, борғо ҡысҡырта. Ғаҫалъяһ шунда өҫтөндәге кейемен йыртып: – Хыянат! Хыянат! – тип ҡысҡырҙы.


Йеһоядағ Раббы халҡы булыуы тураһында Раббы менән батша һәм халыҡ араһында килешеү төҙөнө. Шулай уҡ ул батша менән халыҡ араһында килешеү төҙөнө.


Етенсе йылда Йеһоядағ ҡаһин батшаның йәнһаҡсыларын һәм һарай һаҡсыларының йөҙ баштарын саҡыртты. Уларҙы үҙ янына – Раббы ҡорамына йыйҙы һәм, был кешеләр менән килешеү төҙөп ант иттергәндән һуң, батша улын күрһәтте.


Бағана янында баҫып торған батша Раббы менән килешеү төҙөнө: Раббы юлынан йөрөргә, Уның бойороҡтарын, күрһәтмәләрен һәм ҡағиҙәләрен бөтә йөрәктән, ихлас күңел менән теүәл үтәргә, был китапта яҙылған килешеүҙең шарттарын ғәмәлгә ашырырға вәғәҙә бирҙе. Бар халыҡ был килешеүгә ҡушылды.


ата-бабаларының Аллаһы Раббыға бөтөн йөрәктән һәм бар булмыштары менән ынтылырға вәғәҙә итеп, килешеү төҙөйҙәр.


Һәммә йәһүҙиҙәр ҡыуанышып, бөтә йөрәктән ант итәләр. Улар бар тырышлыҡтарын һалып, Уға ынтылалар һәм Раббы уларға Үҙен аса. Раббы уларға һәр яҡлап именлек бирә.


Йеһоядағ үҙенең, халыҡтың һәм батшаның Раббы халҡы булыуы тураһында килешеү төҙөй.


Раббы беҙҙән Үҙенең ялҡынлы асыуын ҡайтарһын тип, мин Исраил Аллаһы Раббы менән килешеү төҙөргә теләйем.


һәм үҙҙәренең ҡағиҙәләренә, Алла бәндәһе Муса ҡанунына ярашлы, тәғәйен урынды биләйҙәр. Ҡаһиндар левиҙәр биргән ҡанды һирпә.


Алла ҡорамындағы хеҙмәткә, Алла ҡанунының һәм бойороҡтарының үтәлешенә ҡағылышлы һәр эштә ул Аллаһына ынтылған хәлдә, бөтә йөрәктән ихлас башҡарған өсөн уңыш ҡаҙана.


Батша Йәрүсәлимдә һәм Бинйәмин ерендә йәшәгән һәр кемгә шуны раҫларға бойора. Шулай итеп, Йәрүсәлим кешеләре ата-бабалары Аллаһының килешеүе буйынса йәшәй башлай.


Ул баҡырҙан иңе-буйы биш терһәк, бейеклеге өс терһәк күтәрмә яһатып, уны ихатаның уртаһына ҡуйҙырған була һәм ошо мәлдә шуның өҫтөндә тора. Бөтә Исраил йыйыны алдына теҙләнеп, ҡулдарын күккә һона ла:


Һин хакимымдың һәм Аллабыҙҙың бойороғон күңеленә ныҡ яҡын алған кешеләрҙең кәңәше буйынса беҙ, бөтә был ҡатындарҙы балалары менән бергә ҡыуып ебәрәбеҙ, тип Аллабыҙ менән килешеү төҙөйөк – әйҙә, ҡанун талап иткәнсә булһын!


үҙ ағай-энеләренә, уларҙың иң арҙаҡлыларына ҡушылды. Алланың ҡоло Муса аша бирелгән ҡанунына ярашлы йәшәргә, Хакимыбыҙ Раббының бөтә бойороҡтарын, ҡарар һәм ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, әгәр ҙә үтәмәһәләр, Алланың ләғнәтенә дусар булырға ант итеп йөкләмә алдылар.


Ант иттек: сит халыҡтарға ҡыҙҙарыбыҙҙы бирмәбеҙ, уларҙың ҡыҙҙарын улдарыбыҙға алмабыҙ.


Бына шуға күрә беҙ яҙма рәүештә ныҡлы килешеү төҙөйбөҙ һәм ҡултамға итеп башлыҡтарыбыҙ, левиҙәребеҙ һәм ҡаһиндарыбыҙ уға мөһөр баҫа.


Йөҙҙәрен Сионға табан бороп, Унда илткән юлды һорашырҙар. „Әйҙәгеҙ, Раббыға ҡайтайыҡ, Уның менән мәңгелек, Онотолмаҫлыҡ килешеү төҙөйөк“, – тиерҙәр.


Хаким тышҡы ихата яғынан, ҡапҡа айуанынан инер ҙә ҡапҡа бағанаһы янына баҫыр. Ҡаһиндар уның тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим итер. Хаким, ҡапҡа тупһаһында тороп, Раббыға сәждә ҡылыр, шунан килгән юлынан сығып китер. Ә ҡапҡа кискә тиклем ябылмаһын.


Бары тик Аллағыҙ Раббыға эйәрегеҙ, Унан ҡурҡығыҙ, бойороҡтарын үтәгеҙ, әйткәндәрен тыңлағыҙ, Уға хеҙмәт итегеҙ һәм һыйынығыҙ.


Ә теге пәйғәмбәрҙе йәки төш юраусыны һеҙҙе Мысырҙан сығарған һәм ҡоллоҡ йортонан йолоп алған Раббығыҙҙан ваз кисергә өгөтләгәне һәм һеҙҙе Аллағыҙ Раббы барырға ҡушҡан юлдан яҙҙырырға теләгәне өсөн үлемгә дусар итегеҙ. Арағыҙҙан яуызлыҡты шулай йолҡоп ташлағыҙ.


Раббының Исраил халҡы менән Хорев тауында төҙөгән килешеүенә өҫтәлмә булараҡ, Раббы Мусаға Моав ерендә лә килешеү төҙөргә бойорҙо. Был килешеүҙең һүҙҙәре ошо.


Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат.


Шул көндө Йушағ бөтә халыҡ исеменән килешеү төҙөнө. Шунда, Шәхәмдә, ул халыҡҡа ҡағиҙәләр һәм күрһәтмәләр бирҙе –


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ