29 Батша, хәбәр ебәреп, Йәһүҙә менән Йәрүсәлимдең бөтә аҡһаҡалдарын янына йыйып ала.
Сөләймән бөтә исраилдарҙы – мең һәм йөҙ баштарын, хөкөмдарҙарҙы, Исраилдың бөтә түрәләрен, ғаилә башлыҡтарын саҡырта.
Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.
Шуға күрә Мин һине ата-бабаларың янына оҙатырмын, һин тыныслыҡта дәфен ҡылынырһың. Күҙҙәрең был урынға һәм унда йәшәүселәргә Мин килтерәсәк оло һәләкәтте күрмәҫ“». Ҡайтып был яуапты батшаға һөйләп бирәләр.
Ул хәленән килгәнде эшләне: Минең тәнемде алдан уҡ майлап, ерләргә әҙерләне.
Миңә килгәндә инде, һеҙҙең өсөн Раббыға доға ҡылыуҙан ваз кисеп, Уға ҡаршы гонаһ эшләү ҡайҙа! Һеҙҙе артабан да яҡшы һәм хаҡ юлға өгөтләйәсәкмен.