26 Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:
Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:
– Барығыҙ, минең хаҡҡа, Исраил менән Йәһүҙәлә ҡалғандар хаҡына ошо табылған китапта яҙылғандар тураһында Раббынан һорап белешегеҙ. Сөнки, ата-бабаларыбыҙ Раббы һүҙен тотмағаны, ошо китаптағыса йәшәмәгәне өсөн, Уның беҙгә төшәһе асыуы көслө.
Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.
Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“.
Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –