25 Сөнки улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә асыуым был урынға түгеләсәк һәм ул һүнмәйәсәк“.
Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.
Улар Раббыға тоғролоҡ һаҡламағанға күрә, Рехавғамдың батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Мысыр батшаһы Шишаҡ Йәрүсәлимгә һөжүм итә.
Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен.
Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.
Улар ата-бабаларының Аллаһы Раббының ҡорамын ташлап, алиһә Ашера хөрмәтенә ҡуйылған ҡолғаларға һәм боттарға табынырға тотона. Уларҙың был гонаһы арҡаһында Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә Алланың асыуы төшә.
Һеҙҙе Раббынан һорашып-белешер өсөн ебәргән Йәһүҙә батшаһына иһә белдерегеҙ: „Исраилдың Аллаһы Раббы әле һин ишеткәндәр хаҡында былай ти:
Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.
Шуға күрә Ул өҫтәренә ялҡынлы асыуын, Һуғыш дәһшәтен түкте; Ут уларҙы солғап алды, Әммә улар аңламаны. Ялҡын яндырҙы, Тик улар төшөнөргә теләмәне.
Уларға: «Сөнки Аллалары Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙҙолар, башҡа илаһтарға сәждә ҡылдылар һәм хеҙмәт иттеләр», – тип яуап бирерҙәр.
Үҙегеҙҙе Мин Раббыға бағышлағыҙ, Йөрәгегеҙҙе сөннәткә ултыртығыҙ, Эй Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр! Юҡһа ҡылған яуызлыҡтарығыҙ арҡаһында Асыуым ут һымаҡ тоҡаныр, Һис кем һүндерә алмаҫлыҡ булып дөрләр».
Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: ҡара, Мин асыу-ярһыуымды ошо урынға, кешеләргә һәм хайуандарға, ҡырҙағы ағастарға һәм ер биргән емештәргә түгәм. Асыуым һүнмәҫ ялҡын һымаҡ яныр.
Ярһып, Исраилдың көс-мөгөҙөн һындырҙы. Дошман алдында уң ҡулын уларҙың өҫтөнән алды. Тирә-яҡты ялмап йотҡан уттай, Яҡуп нәҫелен яндырҙы.
Дошман һымаҡ Ул йәйәһен кирҙе, Уң ҡулын атырға әҙер тотто. Күҙҙе һөйөндөргән бар нәмәне Дошман яуы һымаҡ һәләк итте. Асыуын Сион-ҡыҙ сатырына ут һымаҡ түкте.
Раббының асыуы ҡайнап ташты, Ярһып ҡәһәрен яуҙырҙы. Сионды Ул утҡа тотто, Нигеҙенә тиклем яндырҙы.
Ут төртөүсенең Мин – Раббы икәнен барлыҡ йән эйәләре лә күрәсәк. Ул ялҡын һүнмәйәсәк“».
Уларға асыуымды түктем, сөнки илдә ҡан ҡойҙолар һәм уны боттары менән нәжесләнеләр.
Раббыға ынтылығыҙ – Шул саҡ иҫән ҡалырһығыҙ. Юҡһа Ул, ялҡын шикелле, Йософ йортон ялмап алыр. Бейт-Ил дә дөрләп яныр – Уны һүндереүсе булмаҫ.
Уның асыуына кем ҡаршы торор, Ялҡынлы ярһыуына кем сыҙар? Ут һымаҡ түгелә Уның асыуы, Ҡаршыһында ҡаялар ҡыйрала.