Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:24 - Изге Яҙма

24 „Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:24
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Исраил Аллаһы Раббы: «Йәрүсәлим менән Йәһүҙәнең башына шундай һәләкәт ебәрәм, хатта ул турала ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар, – тип белдерә. –


Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.


Ата-бабаларыбыҙ ғүмер һөргән замандарҙан алып ошо көнгә тиклем беҙ сикһеҙ ғәйеп эсендәбеҙ, боҙоҡлоҡтарыбыҙ өсөн беҙ, батшаларыбыҙ, ҡаһиндарыбыҙ сит ил батшалары ҡулына, ҡылыс аҫтына, әсирлеккә эләктек, таланыуға һәм кәмһетелеүгә дусар булдыҡ һәм бөгөн дә шунан ҡотола алмайбыҙ.


– Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Инде Мин был ҡаланы һәм уның әйләнә-тирәһендәге ҡалаларҙы алдан әйткән бөтә ҡазаларға ла дусар итәм, сөнки улар, тиҫкәрелектәренә барып, әйткәндәремде тыңламаны».


Һин уларға әйт: «Эй Йәһүҙә батшалары һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Раббы һүҙен ишетегеҙ! Исраил Аллаһы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: „Ҡарағыҙ, Мин был ергә шундай бәлә ебәрәм, был хаҡта ишеткәндәрҙең бөтәһенең ҡолаҡтары сыңлар.


Шуға күрә Раббы, Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, Исраил Аллаһы былай ти: Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәргә алдан киҫәтеп әйткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы ебәрәм. Сөнки Мин уларға әйтә килдем, ә улар ҡолаҡ һалманы; уларҙы саҡырҙым, әммә яуап бирмәнеләр“».


Михаяһ уларға Барух төргәк китаптан халыҡҡа уҡыған саҡта ишеткән бөтә һүҙҙәрҙе һөйләп бирҙе.


Мин уны, тоҡомон, хеҙмәтселәрен ҡылған гонаһтары өсөн язалайым. Мин уға ла, Йәрүсәлимдә йәшәүселәргә лә, Йәһүҙә халҡына ла ебәрәм тип киҫәткән бөтә бәлә-ҡазаларҙы юллайым, сөнки һеҙ Миңә ҡолаҡ һалманығыҙ!“»


Тыңла, ер йөҙө! Был халыҡҡа һәләкәт килтерәм – Яман ниәттәренең емеше был. Сөнки әйткәнемә ҡолаҡ һалманылар, Ҡанун-ҡағиҙәләремдән баш тарттылар.


Һин, эй әҙәм улы, Исраил халҡына былай тип әйт: «„Енәйәттәребеҙ һәм гонаһтарыбыҙ – өҫтөбөҙҙә, уларҙың ауырлығынан сүгәбеҙ. Был хәлдә нисек йәшәргә һуң беҙгә?“ – тиһегеҙ».


Ризыҡ менән һыу наҡыҫлығы арҡаһында кешеләр бер-береһенә ҡото осоп ҡараясаҡ, гонаһтары эсендә ҡоро һөйәккә ҡалып үләсәк.


Әммә Мине тыңламаһағыҙ, ошо ҡанундарымды еренә еткереп үтәмәһәгеҙ,


Ә инде тере ҡалғандарығыҙ булһа, дошман ерендә үҙҙәренең ғәйептәре өсөн дә, ата-бабаларының ғәйептәре өсөн дә сереп ҡалыр.


Әгәр ҙә һеҙ Аллағыҙ Раббы менән төҙөгән килешеүҙе боҙһағыҙ, Уның ҡушҡандарын тыңламаһағыҙ, башҡа илаһтарға хеҙмәт итә һәм табына башлаһағыҙ – шул саҡта һеҙгә ҡаршы Раббының асыуы ялҡынланыр һәм бик тиҙҙән һеҙ Ул бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ булырһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ