23 Хулда уларға былай ти: – Исраилдың Аллаһы Раббы әйтә: «Һеҙҙе Миңә ебәргән кешегә еткерегеҙ.
Шунан Хилҡияһ ҡаһин һәм батша ебәргән кешеләр Раббы ҡорамында кейем-һалымдарҙы ҡараусы Хасраның улы Тоҡһаҫтың улы Шаллумдың ҡатынына – Хулда пәйғәмбәргә юллана. Ул Йәрүсәлимдең яңы биҫтәһендә йәшәгән була. Хулда менән ошо хаҡта һөйләшәләр.
„Раббы былай ти: Мин хәҙер бына был урынға, унда йәшәгән кешеләргә һәләкәт ебәрәм – Йәһүҙә батшаһы алдында уҡылған китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарҙы күндерәм.