Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:19 - Изге Яҙма

19 Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:19
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йушағ кейемдәрен йыртып ырғытты һәм Раббының һандығы алдында йөҙтүбән ергә ҡапланып кискә тиклем ятты. Исраил аҡһаҡалдары ла шулай эшләне, баштарына туҙан һипте.


Алла өсөн йәшәйем тип, мин ҡанун аша ҡанунға ҡарата үлдем. Мәсих менән бергә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландым.


Ҡанун талаптарын үтәү менән Алла алдында бер кем дә аҡлана алмай бит, ә ҡанун аша гонаһтың нимә икәнлеген төшөнәбеҙ.


Кейемегеҙҙе түгел, Йөрәгегеҙҙе йыртығыҙ. Аллағыҙ Раббыға ҡайтығыҙ. Сөнки Ул мәрхәмәтле, рәхимле; Ул – сикһеҙ түҙемле, оло мөхәббәтле, Ул билдәләнгән ҡазаны күндермәҫкә шат булыр.


Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –


Батша ҡанун китабында яҙылғандарҙы ишеткәс, кейемдәрен йыртҡылап ташланы.


Был хаҡта ишеткәс, Хизкияһ батша кейемдәрен йыртып ташланы ла, ҡыл туҡыма уранған килеш, Раббы йортона йүнәлде.


Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә.


Ул Хилҡияһҡа, Шафан улы Ахиҡамға, Миха улы Ғавдонға, Шафан кәтипкә, батшаның хеҙмәтсеһе Ғасаяһҡа былай тип бойора:


Шунан һуң өлкә башлығы Нөхәмияһ, ғилем эйәһе Ғөзәйер ҡаһин, халыҡты өйрәтеүсе левиҙәр һәммә кешеләргә: – Был көн – Аллағыҙ Раббы өсөн изге көн, шуға күрә ҡайғырмағыҙ, иламағыҙ, – тине, сөнки ҡанун һүҙҙәрен тыңлап, бар булған халыҡ илай ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ