18 Шафан кәтип батшаға Хилҡияһ ҡаһиндың үҙенә китап биргәнен дә еткерә. Ул уны батшаға уҡып ишеттерә.
Йәһүҙә батшаһын саҡырҙылар. Улар алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты.
Раббы ҡорамында булған бөтә көмөштө ҡорамды төҙөкләндереү менән етәкселек итеүселәрҙең һәм эшселәрҙең ҡулына бирҙеләр, – тип хәбәр итә.
Батша, ҡанун һүҙҙәрен ишеткәс, өҫтөндәге кейемдәрен йыртып ташлай.
Уны ғүмере буйы үҙендә тотһон һәм көн һайын уҡыһын – шунда ул Аллаһы Раббынан ҡурҡырға һәм был ҡанундың бөтә һүҙҙәрен, ҡағиҙәләрен үтәргә өйрәнер.
Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.