Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:14 - Изге Яҙма

14 Раббы йортона килтерелгән көмөштө алған саҡта, Хилҡияһ ҡаһин Раббының Муса аша бирелгән ҡанун китабын таба.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәһүҙә батшаһын саҡырҙылар. Улар алдына батша һарайы башлығы Әлъяҡим Хилҡияһ улы, кәтип Шевна һәм батшалыҡтың йылъяҙмасыһы Йоах Асаф улы сыҡты.


Батшалығы көсәйеп, үҙе тәхеттә нығынып киткәс, Рехавғам һәм уның менән бергә бөтә Исраил халҡы Раббы ҡанунын ташлай.


Йәрүсәлимдә йәшәүсе халыҡҡа ул, үҙҙәрен Раббы ҡанунын теүәл үтәүгә бағышлай алһындар өсөн, ҡаһиндар һәм левиҙәргә тейешле өлөштө бирергә бойора.


Хилҡияһ кәтип Шафанға: – Раббы ҡорамында ҡанун китабы табып алдым, – ти һәм кәтип Шафандың ҡулына бер төргәк китап тоттора.


Улар баш ҡаһин Хилҡияһҡа килә, Алла ҡорамына бирелгән көмөштәрҙе уға тапшыра. Был көмөштәрҙе тупһа һаҡлаусы левиҙәр менашшеларҙан, әфраимдар һәм башҡа исраилдарҙан, бөтә йәһүҙиҙәрҙән, бинйәминдәрҙән, Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙән йыйған була.


Йошияһтың башҡа ғәмәлдәре һәм Раббы ҡанунына ярашлы изге эштәре


Ғөзәйер үҙенең ғүмерен Раббы ҡанунын өйрәнеүгә һәм уны үтәүгә, Исраил халҡын уның ҡағиҙә-ҡарарҙарына өйрәтеүгә бағышлай.


Раббының ҡанунынан зауыҡланыр ул, Көн-төн шул хаҡта уйланыр.


Улар фетнәсел халыҡ, алдаҡсы балалар! Раббы ҡанунына ҡолаҡ һалырға Теләмәгән балалар улар.


Шуға күрә, ут һаламды көйрәткән, Ялҡын бесәнде ялмаған кеүек, Уларҙың тамыры серер, Сәскәләре туҙан һымаҡ осоп китер. Сөнки Күк ғәскәрҙәре Раббыһының ҡанунын кире ҡаҡты, Исраил Изгеһенең һүҙен һанға һуҡманы улар!


Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә!


Раббының Муса аша Исраил халҡына белдергән бөтә ҡағиҙәләрен уларға өйрәтегеҙ.


Раббы Синай тауында Муса аша Үҙе менән Исраил халҡы араһына ҡуйған ҡағиҙәләр, күрһәтмәләр һәм ҡанундар ошо.


Һарун менән улдары Раббының Муса аша еткерелгән бөтә бойороҡтарын да тулыһынса үтәне.


Мәрйәм менән Йософ, Раббы ҡануны талаптарының бөтәһен дә үтәгәс, Галилеялағы үҙҙәре йәшәгән Назара ҡалаһына ҡайтып китте.


Был ҡанун китабының һүҙҙәре телеңдән төшмәһен. Бөтә яҙылғандарҙы теүәл үтәр өсөн көнө-төнө улар хаҡында уйлан, шул саҡта йөрөгән юлдарың һәм ҡылған ғәмәлдәрең уңышлы булыр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ