Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 34:13 - Изге Яҙма

13 йөк ташыусыларҙы оҙатып йөрөй һәм һәр төрлө вазифа башҡарыусыларҙың эшен күҙәтә; сәркәтиптәр ҙә, мөдирҙәр ҙә, ҡапҡа һаҡсылары ла левиҙәрҙән була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 34:13
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.


Шулай уҡ башҡа ҡәрҙәштәрен – Зәкәрьяһты, Бенде, Яғазиилды, Шемирамоҫты, Йехиилды, Ғунниҙы, Әлиавты, Бенаяһты, Мағасеяһты, Маттиҫъяһты, Әлифлеһуҙы, Миҡнияһты һәм ҡапҡа һаҡсылары Ғовед-Эдом менән Йеғиилды уларға ярҙамға ҡуя.


шулай уҡ Ғовед-Эдом менән уның алтмыш һигеҙ туғанын ҡалдыра. Йедуҫун улы Ғовед-Эдом менән Хосаны ҡапҡа һаҡсыһы итеп ҡуя.


Һеман менән Йедуҫун, борғола, һуҡма тәрилкәлә һәм башҡа төрлө уйын ҡоралдарында уйнап, Аллаға йырларға тейеш була. Йедуҫун улдары иһә ҡапҡа һаҡлай.


Ҡапҡа һаҡсылары: Шаллум, Ғаҡҡув, Талмон, Ахиман һәм уларҙың ағай-энеһе. Шаллум уларҙың башлығы була.


Бына баш ҡаһин Амаръяһ – Раббыға ҡағылышлы эштәрҙә, Исмәғил улы Зевадъяһ, Йәһүҙә ырыуы башлығы, батшаның бөтә эштәрендә һеҙҙең өҫтә торор, ә левиҙәр эргәгеҙҙә идара эштәрен башҡарыр. Ҡыйыу эш итегеҙ, Раббы яҡшылыҡ ҡылыусы менән булһын!


Ағас йығыусыларыңдың ашарына егерме мең кор бойҙай, егерме мең кор арпа, егерме мең бат шарап, егерме мең бат зәйтүн майы ебәрәм».


Сөләймән быларҙың етмеш меңен йөк ташыусы, һикһән меңен тауҙарҙа таш ҡырҡыусы, өс мең алты йөҙөн халыҡты ҡарап эшләтер өсөн күҙәтеүсе итеп ҡуя.


Сөләймән батшаның халыҡҡа етәкселек итеү өсөн ике йөҙ илле мөдире була.


Атаһы Дауыттың бойороғона ярашлы, ул, ҡаһиндарҙың төркөмдәрен хеҙмәттәренә күрә, һәр көндөң ҡағиҙәһе буйынса ҡаһиндарға ярҙам итеү һәм Раббыға маҡтау яуҙырыу өсөн, левиҙәрҙе вазифаларына күрә һәм ҡапҡа һаҡлаусыларҙы төркөмдәренә күрә тәғәйенләп сыға. Сөнки Алла бәндәһе Дауыт шулай бойорған була.


Ул арала Йәһүҙә халҡы: – Ҡый түгеүселәрҙең хәле бөттө, ә сүп-сарҙың иге-сиге юҡ. Шуға күрә был диуарҙы төҙөп бөтә алмабыҙ, – тип зарланды.


Нисек һеҙ: „Беҙ аҡыллы, Беҙҙә Раббы ҡануны бар“, – тип әйтәһегеҙ? Ҡарағыҙ, кәтиптәрҙең алдаҡсы ҡәләме Уны ла ялғанға әйләндерә!


Ошо ваҡытта баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары Ҡаяфас исемле иң баш ҡаһиндың һарайында йыйылғайны.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ