Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:9 - Изге Яҙма

9 Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:9
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Яровғамдың гонаһ ҡылғаны һәм Исраил халҡын гонаһҡа батырғаны өсөн, Раббы Исраилды ташлаясаҡ.


Ул Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды, Исраил халҡын гонаһҡа батырған атаһының юлынан китте.


Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.


Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.


Ахаз батша Раббыға үтә күп хыянат ҡылып, Йәһүҙә халҡын аҙҙырған өсөн, Раббы Йәһүҙәне шулай түбәнһетә.


Раббы Менашше менән уның халҡын киҫәтә, тик улар ҡолаҡ һалмай.


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.


Әгәр ҙә Мин уларға Муса аша еткергән бөтә ҡанунды, ҡағиҙә һәм ҡарарҙарҙы үтәһәләр, Мин ата-бабаларығыҙға биргән ерҙән исраилдар мәңге китмәҫ», – тип әйткән була.


Әгәр хаким ялғанға ҡолаҡ һалһа, барлыҡ ярандары намыҫһыҙ булыр.


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Һеҙ тирә-яғығыҙҙағы ҡәүемдәргә ҡарағанда ла фетнәселерәк булдығыҙ, ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, хөкөмдәремде бойомға ашырманығыҙ, хатта эргә-тирәгеҙҙәге халыҡтарҙың йолаларын да тотманығыҙ».


Бындай эштәр менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Сөнки алдығыҙҙан Мин ҡыуып ебәрәсәк ҡәүемдәр үҙҙәрен ошоларҙың барыһы менән дә нәжесләп,


Ғомри батшаның ҡағиҙәләрен үтәп, Ахав йортоноң йолаларын тоттоғоҙ; Улар кәңәшенә тоғроһоғоҙ. Шуға күрә һине бушлыҡҡа әйләндерәм, Ҡала халҡын хурлыҡҡа ҡалдырам, Ҡәүемдәр өсөн мәсхәрә булырһығыҙ».


Замзумиҙар Ғанаҡ тоҡомдары һымаҡ оҙон буйлы, көслө һәм ишле халыҡ ине. Раббы уларҙы ғаммондарҙың алдынан ҡырып бөтөрҙө. Ғаммондар, уларҙың ерҙәрен баҫып алып, үҙҙәре төйәкләнде.


Артабан Мин һеҙҙе Иордан аръяғында йәшәгән әмөриҙәрҙең иленә алып килдем. Әмөриҙәр һеҙгә һөжүм итте, ләкин Мин уларҙы һеҙҙең ҡулға тапшырҙым. Мин уларҙы һеҙҙең алдығыҙҙан ҡырып һалдым, һәм һеҙ уларҙың ерҙәрен биләнегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ