5 Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла, бөтә күк есемдәренә бағышлап, ҡорбан усаҡтары яһата.
Ахаздың өҫкө ҡаттағы бүлмәһенең түбәһендә Йәһүҙә батшалары эшләткән ҡорбан усаҡтарын, Менашше Раббы ҡорамының ике ихатаһында ла яһатҡан ҡорбан усаҡтарын ҡолатты, уларҙы емертеп, онтағын Ҡидрон үҙәненә ташланы.
Ахаз иһә Алла ҡорамындағы бөтә һауыттарҙы йыйып ала, вата-ҡыра, Раббы ҡорамының ишектәрен бикләй һәм Йәрүсәлимдең һәр бер мөйөшөндә сит аллаларға ҡорбан усаҡтары яһап ҡуя,
Сөләймән ҡаһиндар өсөн ихата менән ҙур эске ихата, ике ихатаға ла ишектәр яһата, ишектәрҙе баҡыр менән көпләтә.