23 Раббыға атаһы Менашше Аллаға ихлас буйһонған һымаҡ буйһонмай, киреһенсә, гонаһтарын арттыра ғына.
Үҙе өсөн ошолай ҡатмарлы ваҡыт булһа ла, Ахаз батша Раббыға хыянат ҡылыуын дауам итә.
Тәхеткә ултырғанда Менашшеға ун ике йәш була. Ул Йәрүсәлимдә илле биш йыл батшалыҡ итә.
Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона.
Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.
һәм үҙенең Аллаһы Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла. Ул Раббы һүҙен еткереүсе Йермеяһ пәйғәмбәр алдында ла баш эймәй.
Әммә һеҙ Мине тыңламанығыҙ, ҡолаҡ һалманығыҙ. Тиҫкәреләнеп ата-бабаларығыҙҙан да яманыраҡ ҡыландығыҙ.
Әшәке ғәмәлдәре өсөн оялалармы? Ҡайҙа оялыу, ҡыҙара ла белмәйҙәр! Шуға күрә ҡолағандар араһына йығылырҙар; Улар язаланған мәлдә Һөрлөгөп барып төшөрҙәр», – ти Раббы.
Һин дә, Белшассар, уның улы, быны белеп тә, нәфсеңде тыйманың.
Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.