Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:20 - Изге Яҙма

20 Менашше үлеп, ата-бабалары хозурына күсә һәм үҙ һарайында дәфен ҡылына. Уның урынына улы Амон тәхеткә ултыра.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:20
9 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Менашшеның улы – Амон, Амондың улы – Йошияһ.


Утыҙ ике йәшендә тәхеткә ултырған Йеһорам Йәрүсәлимдә һигеҙ йыл батшалыҡ итә, ул мәрхүм булғас, илаусы-һыҡтаусы табылмай. Уны Дауыт ҡалаһында дәфен ҡылһалар ҙа, батшалар төрбәһенә ҡуймайҙар.


Хизкияһ үлеп, ата-бабаларына ҡушыла һәм уны Дауыт нәҫеле төрбәһенең үрге яғына дәфен ҡылалар. Хизкияһ вафат булғас, бөтә Йәһүҙә халҡы һәм Йәрүсәлим кешеләре уны хөрмәтләп оҙата. Уның урынына улы Менашше батша була.


Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.


Амон егерме ике йәшендә тәхеткә ултыра һәм Йәрүсәлимдә ике йыл батша була.


Йәһүҙәлә Амон улы Йошияһ батшалыҡ иткән осорҙа Кушиҙың улы Сефанъяһҡа Раббы һүҙе булды. Куши – Гедалъяһтың, Гедалъяһ – Амаръяһтың, ә Амаръяһ иһә Хизкияһтың улы ине.


Хизкияһ – Менашшеның, Менашше – Амондың, Амон Йошияһтың атаһы ине;


Шемуил вафат булды. Бөтә Исраил йыйылып, уның өсөн йәш түкте. Уны Рамала, үҙ төйәгендә ерләнеләр. Бынан һуң Дауыт Паран сүленә китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ