Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:2 - Изге Яҙма

2 Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:2
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббы уларҙың алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәр кеүек, табыныу ҡалҡыулыҡтарында хуш еҫ төтәттеләр һәм Раббының асыуына тейә торған яман эштәр ҡылдылар.


Раббының ҡанундарынан, ата-бабалары менән төҙөгән килешеүенән, күрһәтмәләренән ваз кисеп, мәғәнәһеҙ боттарға табындылар һәм үҙҙәре лә мәғәнәһеҙгә әйләнделәр. Раббының эргә-тирәләрендәге ҡәүемдәр һымаҡ эшләмәҫкә бойороуына ҡарамаҫтан, тап шулар кеүек йәшәй башланылар.


Менашше Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларын ҡабатлап, Раббы күҙендә яман булған эштәр ҡылды.


Әммә халыҡ быға ҡолаҡ һалманы. Менашше уларҙы шул тиклем юлдан яҙҙырҙы, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылдылар.


Бен-Һинном үҙәнендә хуш еҫ төтәтә һәм Раббы Исраил халҡы алдынан ҡыуып ебәргән ҡәүемдәрҙең ерәнгес йолаларына эйәрә, хатта, үҙ улдарын ҡорбанға килтереп, утта яндыра.


Әммә, атаһы Менашше кеүек үк, Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡыла; атаһы Менашше яһатҡан бөтә боттарға ҡорбандар килтерә, уларға табына.


Ҡаһиндарҙың башлыҡтары ла, халыҡ үҙе лә хыянаттарын арттыра бара, башҡа ҡәүемдәрҙең әшәкелектәрен ҡабатлай, Раббы Йәрүсәлимдә изгеләндергән ҡорамды нәжесләй.


ә беҙ һаман да Һинең бойороҡтарыңды боҙорбоҙ, ошо ерәнгес ғәҙәтле халыҡтар менән туғанлашырбыҙмы ни? Беҙҙе юҡ итеү сигенә еткәнсе асыуланмаҫһыңмы, ә инде ул саҡта тере ҡалыусылар ҙа, ҡотолоу юлы ла булмаҫмы беҙгә?


Йәһүҙә батшаһы Менашше Хизкияһ улының Йәрүсәлимдә ҡылған ғәмәлдәре арҡаһында Мин уларҙы ер йөҙөндәге барса батшалыҡтар өсөн ҡот осҡос миҫал итәсәкмен.


Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, сөнки һеҙ ҡағиҙәләремде үтәмәнегеҙ, ҡанундарымды һаҡламанығыҙ, әйләнә-тирәгеҙҙәге ҡәүемдәрҙең йолалары буйынса йәшәнегеҙ».


Аллағыҙ Раббы һеҙ биләйәсәк ерҙәге халыҡтарҙы күҙ алдығыҙҙан юҡ иткәс, һеҙ улар еренә инеп урынлашҡас,


Аллағыҙ Раббыға улай ғибәҙәт ҡылмағыҙ. Улар илаһтарына Раббы нимәнән ерәнә һәм күрә алмай, шуларҙы эшләй: хатта үҙҙәренең улдарын һәм ҡыҙҙарын, илаһтарына ҡорбан итеп, утта яндыралар.


Һеҙ барып ерҙәрен аласаҡ ҡәүемдәр күрәҙәселәрҙең һәм сихырсыларҙың һүҙен тыңлай. Әммә Аллағыҙ Раббы һеҙгә быны рөхсәт итмәне.


Аллағыҙ Раббы һеҙгә бирәсәк ергә ингәс, ундағы ҡәүемдәрҙең ерәнгес ҡылыҡтарын өйрәнмәгеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ