16 Раббының ҡорбан усағын аяҡҡа баҫтырып, унда татыулыҡ һәм шөкөр ҡорбандары килтерә, Йәһүҙә халҡына Исраил Аллаһы Раббыға табынырға бойора.
Балаларына һәм үҙенән һуңғы нәҫел-ырыуына дөрөҫлөктө яҡлап, ғәҙел хөкөм ҡылып, Раббы юлынан йөрөргә бойорһон тип, Ибраһимды һайланым. Шул саҡта Мин, Раббы, уға нимә вәғәҙә иткән булһам, шуны үтәрмен.
Шунан Ильяс халыҡҡа: – Миңә яҡыныраҡ килегеҙ, – тип өндәште. Бөтәһе лә уның эргәһенә йыйылды. Ильяс Раббының емерелгән ҡорбан усағын йүнәтергә кереште.
ул сит илаһтарҙың ҡорбан усаҡтарын һәм табыныу ҡалҡыулыҡтарын юҡ иттерә, табыныу бағаналарын ваттыра, Ашераның ҡолғаларын ҡырҡтыра.
Ул йәһүҙиҙәргә ата-бабаларының Аллаһы Раббыға ынтылырға, ҡанун һәм бойороҡтарын үтәргә ҡуша;
Шунан улар Хизкияһ батшаның һарайына барып, былай тиҙәр: – Беҙ Раббының ҡорамын тулыһынса таҙарттыҡ, тотош яндырыу ҡорбандары өсөн ҡорбан усағын, уның барлыҡ һауыт-һабаһын, изге икмәк өҫтәлен, уның бөтә һауыт-һабаһын пакланыҡ.
Хизкияһ, дауам итеп, былай ти: – Бына һеҙ үҙегеҙҙе Раббыға арнанығыҙ. Хәҙер тороп, Раббы ҡорамына ҡорбандар менән шөкөр саҙаҡаларын килтерегеҙ. Йыйын ҡорбандар, шөкөр саҙаҡалары килтерә башлай, айырыуса ихластар тотош яндырыу ҡорбандары сала.
Раббы һүҙе буйынса батша һәм түрәләр биргән бойороҡ ғәмәлгә ашһын өсөн Алланың ихтыяры Йәһүҙә халҡының күңеленә берҙәмлек һала.
Ләкин Менашше Йәһүҙә менән Йәрүсәлим халҡын шул тиклем юлдан яҙҙыра, хатта Раббы Исраил халҡы алдынан юҡ иткән ҡәүемдәрҙән дә былайыраҡ золом ҡылалар.
Әммә Мин һин иманын юғалтмаһын тип доға ҡылдым, һин дә, Миңә кире әйләнеп ҡайтҡас, имандаштарыңды нығыт, – тине Раббы Ғайса Петрусҡа.