13 Ул доғаларын юллай һәм Алла уға илтифат итә, уның ялбарыуын ишетә, Йәрүсәлимгә ҡайтарып, тәхетенә ултырта. Шунда Менашше Раббының Алла икәнлеген аңлай.
Исхаҡ ҡатыны өсөн Раббыға ялбарҙы, сөнки Рабиға түлһеҙ ине. Раббы Исхаҡтың үтенесен ишетте, ҡатыны ауырға ҡалды.
Ошоларҙың барыһын да күреп торған халыҡ: – Раббы – Алла, Раббы ысын Алла! – тип йөҙтүбән ергә ҡапланды.
Һинең алда ҡылған гонаһтарын, хилаф эштәрен ярлыҡа. Халҡыңды әсир иткәндәрҙең күңелендә шәфҡәт уят, улар халҡыңа мәрхәмәтле булһын.
Йеһоахаз Раббыға ялбарҙы һәм Раббы уның доғаһына ҡолаҡ һалды, сөнки Арам батшаһының Исраил халҡын ни тиклем аяуһыҙ иҙгәнен күрҙе.
Алла ярҙамы менән һағриҙарҙы һәм улар менән булғандарҙың барыһын еңәләр. Исраилдар алыш барған мәлдә Аллаға мөрәжәғәт итә һәм Ул Үҙенә ышанғандарҙың ялбарыуын ишетә.
Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен.
Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, уның үҙ Аллаһына доғаһы, уға Исраил Аллаһы Раббы исеменән өндәшкән әүлиәләрҙең һүҙҙәре «Исраил батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.
Алланың ошо ергә һәм унда йәшәүселәргә ҡаршы һүҙҙәрен ишетеп, күңелең йомшарҙы һәм Алла алдында үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең. Эйе, Минең алда ысынлап та тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Аталарыбыҙ Аллаһы Раббы мөбәрәк булһын, сөнки батшаның күңеленә Йәрүсәлимдәге Раббы йортон данлау ихтыяжын һалды;
Беҙ, ураҙа тотоп, Алланан ана шуларҙы һораныҡ, һәм Ул беҙҙе ишетте.
Тыңла Уның ауыҙынан сыҡҡан өгөт-нәсихәтте, Әйткән һүҙҙәрен гел күңелеңдә йөрөт.
Әгәр ҙә сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенә табан йөҙ борһаң, Ҡабат аяҡҡа баҫырһың. Тик яманды сатырыңдан алыҫҡа ҡыу!
Уға доға ҡылырһың, ишетер, Әйткән нәҙерҙәреңде үтәрһең.
Әгәр тыңлаһалар, Уға хеҙмәт итһәләр, Ҡалған көндәрендә муллыҡта йәшәрҙәр, Йылдарын рәхәтлектә үткәрерҙәр.
Уларға ҡылғандарын – енәйәттәрен, Артыҡ тәкәббер булып киткәндәрен белдерер.
Дошманды еңергә ярҙам итсе беҙгә, Кешенең ярҙамынан файҙа юҡ.
Халыҡтарҙың башлыҡтары йыйылған Ибраһим Аллаһының халҡы янына; Сөнки ер йөҙөндәге хакимдар – Алланыҡы. Алла бар нәмәнән юғарыраҡ!
Ә Сион тураһында былай әйтелер: «Шул да унда тыуған, был да, Юғарыларҙан Юғары Үҙе Уны ҡаҡшамаҫ итәлер».
Ҡәүемдәр үҙҙәре ҡаҙған соҡорға ҡоланы, Ҡорған ауҙары аяҡтарын сорнаны.
Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.
Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.
Минең Раббы икәнемде аңларлыҡ йөрәк бирермен уларға. Улар Минең халҡым булыр, Мин уларҙың Аллаһы булырмын. Сөнки улар ысын күңелдән Миңә табан боролорҙар.
Бәлки, улар Раббыға ялбарыр, боҙоҡ юлдарынан ҡайтыр. Раббы был халыҡҡа ҡаршы Үҙенең дәһшәтле асыу-ярһыуын белдерҙе.
«Ярҙам һорап ялбарыуыма минең, Ҡолағыңды томалама», – тинем. Һин мине ишеттең.
Навуходоносор батшаға әйтелгәндәрҙең барыһы ла ғәмәлгә ашты.
Ер йөҙөндә йәшәүселәр Уға бер ни түгел; Күк көстәре һәм ер мәхлүктәре менән Үҙе теләгәнсә эш итә Ул. Һис кем уның ҡулын туҡтата алмаҫ, Бер кем Уға: «Ни эшләүең был?» – ти әйтә алмаҫ.
Иң тәүҙә Алла Батшалығын эҙләгеҙ һәм Уның хаҡ ихтыяры үтәлеүенә ынтылығыҙ, шул саҡта һеҙгә быларҙың барыһы ла бирелер.
Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү – ана шул мәңгелек тормош.
Ғайса: – Әгәр ҙә һин Алла бүләгенең нимә икәнен һәм үҙеңдән: «Миңә эсергә һыу бир әле», – тип һораусының кем икәнлеген белһәң, үҙең Унан һорар инең һәм Ул һиңә тере һыу бирер ине, – тип яуапланы.
Икмәк ашаманығыҙ, шарап та, хәмер ҙә эсмәнегеҙ. Быларҙың барыһын да Минең Аллағыҙ Раббы икәнемде аңлауығыҙ өсөн эшләнем».
Бер кем дә икенсе берәүҙе йәки туғанын: „Раббыны танып бел!“ – тип өйрәтмәҫ. Олоһонан алып кесеһенә тиклем барыһы ла Мине танып белер.