Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 33:11 - Изге Яҙма

11 Раббы уларға Ашшур батшаһының хәрби башлыҡтарын ебәрә, улар Менашшены әсиргә ала, танауына ҡулса тағып, Бабилға алып китә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 33:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».


Менашшеның ҡалған бөтә ғәмәлдәре, ул ҡылған гонаһтар тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.


Йәрүсәлимдә башҡа батшалыҡ итмәһен өсөн, фирғәүен Нехо Йеһоахазды Хамаҫ ерендә, Ривлала, әсиргә алды һәм Йәһүҙәгә йөҙ талант көмөш, бер талант алтын күләмендә түләү һалды.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


Ул Асаның ҡаршыһына сыға ла былай ти: – Аса, йәһүҙиҙәр һәм бинйәминдәр, һәммәгеҙ мине тыңлағыҙ! Һеҙ Раббы менән булған саҡта Ул да һеҙҙең менән була. Әгәр Уны эҙләһәгеҙ, табырһығыҙ. Әгәр Уны ташлаһағыҙ, Ул да һеҙҙе ташлар.


Раббы пелештиҙәр менән ғәрәптәрҙе, куштарҙың күршеләрен, Йеһорамға ҡаршы ҡуҙғыта.


Бабил батшаһы Навуходоносор уға яу менән килә. Ул Йеһояҡимды бығаулап Бабилға алып китә.


Аллабыҙ – бөйөк, ҡөҙрәтле, дәһшәтле, килешеүгә тоғро һәм мөхәббәтле Алла! Ашшур батшалары хакимлыҡ иткән дәүерҙәрҙән алып ошо көнгә тиклем беҙ – батшаларыбыҙ, түрәләребеҙ, ҡаһиндарыбыҙ, пәйғәмбәрҙәребеҙ, ата-бабаларыбыҙ һәм Һинең барлыҡ халҡың – дусар булған ғазаптарыбыҙ Һиңә әле лә аҙ булып тойолмаһын ине.


Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.


Батшаларҙың билбауҙарын тартып өҙөр, Билдәренә әләм-һәләм бәйләтер.


„Минең ғәскәр башлыҡтарым, – ти ул, – Һәммәһе лә батша һымаҡ түгелме ни?


Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?


Сыҡмаһын тип, диуар менән әйләндереп алды, Ауыр бығауҙар кейҙерҙе.


Раббы һеҙҙе һәм үҙегеҙ һайлап ҡуйған батшағыҙҙы һеҙ ҙә, ата-бабаларығыҙ ҙа белмәгән ҡәүем араһына ҡыуыр. Унда таштан һәм ағастан эшләнгән башҡа илаһтарға хеҙмәт итерһегеҙ.


Ҡамауҙа ҡалған исраилдар, үҙҙәренә ҡурҡыныс янағанын күреп, мәмерйәләрҙә, шырлыҡтарҙа, ҡаяларҙа, ер ҡыуышлыҡтарында һәм һыу һаҡлай торған соҡорҙарҙа йәшенә башланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ