Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІІ Йылъяҙма 32:8 - Изге Яҙма

8 Уларҙың беләге көслө, ә беҙҙең яҡта – Аллабыҙ Раббы, Ул беҙгә ярҙам итәсәк һәм беҙҙең өсөн алышасаҡ. Йәһүҙә батшаһы Хизкияһтың һүҙҙәре халыҡтың рухын күтәрә.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІІ Йылъяҙма 32:8
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хизкияһ ысын күңелдән Исраил Аллаһы Раббыға ғына инанды. Быға тиклем дә, бынан һуң да Йәһүҙә батшалары араһында уға еткән берәү ҙә булманы.


– Ҡурҡма, беҙҙең менән булғандар уларҙыҡына ҡарағанда күберәк, – тине Ильясиғин.


Бик күп дошман үлтерелә, сөнки был яу Алла ихтыяры менән була. Ғад нәҫеле, һөргөнгә ҡыуылғанға тиклем, һағриҙар ерендә ғүмер кисерә.


Бына, юлбашсыбыҙ Алла беҙҙең менән. Уның ҡаһиндары борғолар ҡысҡыртып һеҙгә ҡаршы һуғышҡа өндәргә әҙер тора. Исраилдар! Ата-бабаларығыҙҙың Аллаһы Раббыға ҡаршы һуғышмағыҙ, барыбер уңышҡа ирешә алмаҫһығыҙ!


Аса уға ҡаршы сыға. Алышҡа әҙерләнеп, Мареша эргәһендәге Сефаҫа үҙәнендә теҙеләләр.


Аса, Аллаһы Раббыға ялбарып, былай ти: – Раббым! Көслөгә лә, көсһөҙгә лә ярҙам итеү Һинең генә ҡулыңдан килә. Аллабыҙ Раббы, зинһар, ярҙам ит беҙгә, беҙ тик Һиңә өмөтләнәбеҙ, Һинең исемең менән ошо тиклем ҙур сиреүгә ҡаршы сыҡтыҡ. Эй Раббым! Һин – беҙҙең Аллабыҙ: әҙәм затының Һинән өҫтөн сығыуына юл ҡуйма.


Шул осорҙа Ханани әүлиә Йәһүҙә батшаһы Асаға килеп, уға былай ти: – Һин Аллаң Раббыға ышанмайынса, Арам батшаһына ышандың. Шуның өсөн, Арам батшаһының ғәскәре ҡулыңдан ысҡынды ла инде.


Ул былай ти: – Бөтә йәһүҙиҙәр, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр, Йеһошафат батша, тыңлағыҙ! Һеҙгә Раббы былай ти: «Был иҫәпһеҙ-һанһыҙ сиреүҙән ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ осмаһын! Был һуғыш һеҙҙеке түгел, ә Алланыҡы.


Был юлы һеҙгә һуғышаһы түгел; һеҙ шунда баҫығыҙ ҙа Раббының һеҙҙе нисек ҡотҡарғанын ҡарап тороғоҙ. Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим! Ҡурҡмағыҙ, ҡотоғоҙ алынмаһын! Иртәгә ҡаршыларына барығыҙ, Раббы һеҙҙең менән булыр».


Иртүк тороп Теҡоға сүленә табан юлланалар. Шунда Йеһошафат халыҡ алдына баҫып һүҙ ала: – Тыңлағыҙ мине, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим кешеләре! Аллағыҙ Раббыға ышанығыҙ, шул сағында ныҡ булырһығыҙ. Уның пәйғәмбәрҙәренә ышанығыҙ, шунда уңыш ҡаҙанырһығыҙ, – ти ул.


Хизкияһ һеҙҙе алдаштырмаһын, башығыҙҙы бутамаһын, уға ышанмағыҙ: быға тиклем бер халыҡтың, бер батшалыҡтың бер илаһы ла халҡын минең йәки ата-бабаларымдың ҡулынан ҡотҡара алмағанды, һеҙҙең Аллағыҙ ҙа һеҙҙе минең ҡулдан ҡотҡара алмаясаҡ».


Шул сағында Мин һине маҡтармын, Уң ҡулың үҙеңде ҡотҡара, тиермен.


Һинең ҡағиҙәләреңде тотам, Мине һис ҡасан ташлама, Раббым!


Һин мәңге уны фатихалайһың, Хозурыңдағы һөйөнөскә сорнайһың.


Маҡтау йырлағыҙ Аллаға, йырлағыҙ; Батшабыҙға маҡтау йырлағыҙ!


Халыҡ уға ышанды. Раббының уларҙы хәстәрләүен, ғазаптарын күреүен ишеткәс, эйелеп сәждә ҡылдылар.


Хәүеф кешенең йөрәген бөтөрә, яғымлы һүҙ күңелен күтәрә.


Раббының уларға яза таяғы менән һәр һуҡҡаны Дөңгөр һәм арфа ауаздары тарафынан оҙатылыр. Шулай Ул Ашшурға ҡаршы ҡул күтәрер – Улар менән һуғышыр.


Мысырҙар бит Алла түгел, бары кеше, Аттары ла рухтан түгел, тик тән генә. Раббы ҡулын күтәргән сағында Ярҙамға килгән абыныр, Ярҙам алғаны йығылыр, Һәммәһе бер юлы һәләк булыр.


Хизкияһ: „Раббы беҙҙе ҡотҡарасаҡ“, – тип һеҙҙе алдамаһын. Башҡа ҡәүемдәрҙең илаһтарының береһе үҙ илен Ашшур батшаһының ҡулынан ҡотҡара алдымы?


Ҡурҡма, сөнки Мин һинең менәнмен; Ҡаушама, сөнки Мин һинең Аллаң. Һиңә ҡеүәт бирермен, ярҙам итермен. Еңеү ҡаҙанған уң ҡулым менән һиңә терәк булырмын.


Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!


Раббы былай ти: «Өмөтөн әҙәм затына бағлаған, Фани бәндәнең көсөнә ышанған, Йөрәге Раббынан ситкә боролған кеше ләғнәтле.


Һеҙ әле Бабил батшаһынан ҡурҡаһығыҙ. Тик һеҙ унан ҡурҡмағыҙ, – тип белдерә Раббы. – Сөнки Мин һеҙҙең менәнмен, һеҙҙе азат итеп, уның ҡулынан ҡотҡарырмын.


– Раббының Зеруббавелға һүҙе былай: «Көс менән дә түгел, ҡеүәт менән дә түгел, бары Минең Рухым менән уңыш ҡаҙанырһың. Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Мин һинең менән, бер кем дә һиңә һөжүм итеп яуызлыҡ ҡылмаҫ. Был ҡалала Миңә тоғро кешеләр күп, – тине.


Дошмандарығыҙға ҡаршы һуғышҡа сыҡҡанда, аттар, яу арбалары һәм һеҙҙән һан яғынан күпкә артығыраҡ ғәскәр күрһәгеҙ, уларҙан ҡурҡмағыҙ. Һеҙҙе Мысырҙан алып сыҡҡан Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән.


Былай тиһен: «Тыңла, Исраил! Бөгөн дошмандарығыҙ менән һуғышҡа инәсәкһегеҙ. Ғәйрәтегеҙҙе юғалтмағыҙ, ҡурҡмағыҙ, ҡаушамағыҙ. Өркмәгеҙ уларҙан!


Сөнки еңеүгә илтер һәм дошмандарығыҙ менән алышыр өсөн Аллағыҙ Раббы һеҙҙең менән бара».


Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы.


Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.


Йушағ бер һелтәүҙә бөтә урындағы батшаларҙы тар-мар итте һәм уларҙың ерҙәрен баҫып алды, сөнки исраилдар өсөн Исраил Аллаһы Раббы Үҙе һуғышты.


Һеҙ, балаларым, – Алланан, һәм һеҙ ялған пәйғәмбәрҙәрҙе еңдегеҙ, сөнки һеҙҙә Булған донъяла булғандан өҫтөн.


Ә Дауыт пелештигә: – Һин миңә ҡаршы ҡылыс тотоп, һөңгө менән, ҡыҫҡа һөңгө менән киләһең, – тип яуапланы. – Ә мин Күк ғәскәрҙәре Раббыһының, һин хурлаған Исраил ғәскәре Аллаһының, исеме менән киләм.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ