31 Бабил түрәләре илендәге билдә тураһында һорашырға тип ебәргән илселәр алдында ғына, уны һынарға тип, күңелендәген астырыр өсөн, Алла яңғыҙын ҡалдыра.
Ошо ваҡиғаларҙан һуң бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Алла Ибраһимды һынап ҡарарға булды.
Шул осорҙа Хизкияһ үлемесле ауырыуға тарый. Ул Раббыға доға ҡылып ялбара. Раббы Хизкияһҡа яуап биреп, һауығыуына ишара иткән билдә ебәрә.
Әммә Хизкияһ үҙенә төшкән изгелектең хаҡын ҡайтармай, сөнки йөрәген маһайыу биләп алған була. Шунлыҡтан уға, Йәһүҙәгә һәм Йәрүсәлимгә Раббының асыуы төшә.
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, яҡшы эштәре тураһында Йәһүҙә һәм Исраил батшалары китабындағы Амус улы пәйғәмбәр Ишағыяһҡа иңгән күренмештә бәйән ителгән.
Ҡотҡар халҡыңды, Биләмәң булған халҡыңа фатиха бир. Уларға көтөүсе бул, Һәр саҡ ҡул осоңда йөрөт!
Алтын-көмөш утта һынала, әҙәмдәрҙең күңелен Раббы һынай.
Ҡалған өстән берен утҡа һалырмын, Уларҙы көмөштө таҙартҡан кеүек иретермен; Алтынды һынаған һымаҡ һынармын: Исемемде әйтеп Мине саҡырырҙар, Мин дә уларға яуап бирермен, „Улар – Минең халҡым“, – тиермен. Улар иһә: „Раббы – минең Аллам!“ – тип әйтер».
Мин – йөҙөм ағасы, ә һеҙ – ботаҡтар. Кем Миндә йәшәй һәм Мин унда йәшәйем – шул ғына күп емеш бирер. Минән башҡа бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ.
һин был пәйғәмбәрҙең йәки төш юраусының һүҙен тыңлама – Аллағыҙ Раббы Үҙен бөтөн йөрәгегеҙ, бар булмышығыҙ менән яратаһығыҙмы икәнен белер өсөн һеҙҙе шулай һынай.
Ул сүлдә ата-бабаларың да белмәгән майҙә менән тамағыңды туйҙырҙы. Ә Ул быларҙы һине баҫалҡыландырыр һәм һынар, ә һуңынан игелек ҡылыр өсөн эшләне.
Аллаң Раббы һеҙҙе ҡырҡ йыл буйына сүлдә йөрөткән оҙон юлды онотма! Бойороҡтарын үтәрһеңме, күңелеңдә ниҙәр бар – Ул шуларҙы белер, һине баҫалҡыландырыр өсөн, һине һынауҙарға дусар итте.
Ҡотҡоға тарыған бер кем дә: «Был ҡотҡоно миңә Алла ебәргән», – тимәһен, сөнки Алланы бер ниндәй яуызлыҡ ҡотҡоға төшөрә алмай, Алла Үҙе лә бер кемде лә ҡотҡоға һалмай.
Был һынауҙар иманығыҙҙың хаҡ булыуын раҫлай бит. Алтын да утта яндырылып һынала, ләкин барыбер юҡҡа сыға. Ә һеҙҙең иманығыҙ алтындан ҡиммәтерәк. Шулай һыналған иманығыҙ Ғайса Мәсих килгәндә маҡтау, дан һәм хөрмәт килтерер.
– Шимшон! Ана һиңә ҡаршы пелештиҙәр килә! – тине Делила. Шимшон йоҡоһонан уянды: «Элекке һымаҡ ысҡынырмын! – тип уйланы. – Ҡотолормон!» Ул Раббының уны ташлағанын белмәне.