3 үҙенең хәрби башлыҡтары һәм батыр яугирҙәре менән һөйләшеп, ҡаланан ситтәге һыу сығанаҡтарын быуҙырырға була.
Әйткәндәреңдең барыһы ла ҡоро һүҙ генә, ә һуғыш өсөн хәрби оҫталыҡ менән көс кәрәк. Һин кемгә өмөтләнеп миңә ҡаршы баш күтәрҙең?
Хизкияһтың башҡа ғәмәлдәре, уның ҡаһарманлығы, быуа һәм һыу үткәргес эшләткәне, ҡалаға һыу индергәне тураһында «Йәһүҙә батшалары тарихы» китабында яҙылған.
Хизкияһ батша үҙенең түрәләре һәм Йәрүсәлим халҡы менән кәңәшләшеп, Ҡотҡарылыу байрамын икенсе айҙа үткәрергә ҡарар иткән була.
Хизкияһ, Санхеривтың Йәрүсәлимгә ҡаршы һуғыш менән килгәнен күргәс,
Хизкияһ шулай уҡ, Гихон шишмәһен үрҙән быуҙырып, һыуын Дауыт ҡалаһының көнбайышына ағыҙа. Хизкияһ һәр эштә уңыш ҡаҙана.
Бик күп халыҡ йыйыла, бөтә инештәрҙе, ил буйлап аҡҡан йылғаны быуып ҡуялар, бында килгәс, Ашшур батшалары һыу тапмаһын, тиҙәр.
Кәңәшһеҙ эш тарҡалыр, кәңәшселәр күп булһа, уңыш ҡаҙаныр.
Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
Һуғышыңды һәр яҡтан уйлап алып бар, уңыш кәңәшселәр күп урында була.
Раббының Рухына кем юл күрһәткән, Уға кәңәшсе булып кем өйрәткән?
Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй, Ҡәлғәләреңде нығыт, Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ, Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт.
Раббының ни уйлағанына кем төшөнгән? Уға кем кәңәшсе булған?