28 иген уңышын, шарапты, зәйтүн майын һаҡлау өсөн келәттәр, мал-тыуар өсөн ҡуралар, көтөүҙәре өсөн кәртәләр яһата.
Исасхар ул – көслө ишәк ише, Йөктәр араһында ята булыр;
Инде ҡолом Дауытҡа былай тип әйт: Күк ғәскәрҙәре Раббыһы һиңә шулай ти: «Мин һине, һарыҡ көтөп йөрөгән ереңдән алып, Үҙ халҡым Исраилдың юлбашсыһы итеп ҡуйҙым.
Сөләймәндең арбаға егә торған аттары өсөн ҡырҡ мең аҙбары һәм ун ике мең һыбайлыһы бар ине.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;
Ҡалалар төҙөтә. Ваҡ һәм эре мал көтөүҙәре бик күп була, сөнки Алла уға байлыҡты мул бирә.