27 Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;
Хизкияһ илселәрҙе ҡабул итте. Уларға хазина йортон, алтын-көмөштө, хушбуйҙарҙы, ҡиммәтле майҙарҙы, ҡорал йортон, келәттәрендә булған бөтә нәмәләрен күрһәтте; һарайында һәм биләмәләрендә күрһәтмәгән бер генә нәмә лә ҡалманы.
Ул тормоштан, байлыҡ һәм дандан туйғансы кинәнеп йәшәй, ҡәнәғәт ҡартлыҡта мәрхүм була. Урынына улы Сөләймән тәхеткә ултыра.
зиһен үә ғилем бирелер һиңә. Ә мал-мөлкәтте, дан-шөһрәтте Мин һиңә былай ҙа бик мул бирермен – һиңә тиклемге батшаларҙың да, һинән һуң киләсәктәренең дә береһендә лә ул тиклем булмаған да, булмаҫ та.
Раббы уның батшалығын нығыта. Бөтә йәһүҙиҙәр Йеһошафатҡа бүләктәр килтерә һәм ул бик бай һәм данлыҡлы була.
Шунда Хизкияһ, Йәрүсәлим халҡы һымаҡ, үҙенең тәкәбберлеген йүгәнләй. Шунлыҡтан Хизкияһ дәүерендә Раббының асыуы уларға башҡаса төшмәй.
иген уңышын, шарапты, зәйтүн майын һаҡлау өсөн келәттәр, мал-тыуар өсөн ҡуралар, көтөүҙәре өсөн кәртәләр яһата.
Сөләймән батшалыҡ иткән осорҙа Йәрүсәлимдә көмөш ябай бер таш кеүек кенә булып ҡала. Кедр ағасы иһә Шефелала үҫкән ҡырағай инжир ағасы һымаҡ күп була.
Раббы фатихаһы кешене байыта, һин уның менән ҡайғы белмәҫһең.
Байлығыңды талап алырҙар, тауарҙарыңды урларҙар, диуарҙарыңды емерерҙәр, матур йорттарыңды ватырҙар, таштарыңды, бүрәнәләреңде, хатта һинән ҡалған саң-туҙанды ла диңгеҙгә ырғытырҙар.
Раббы ярлыландырыр ҙа, байытыр ҙа, Түбән дә төшөрөр, күтәрер ҙә.