26 Шунда Хизкияһ, Йәрүсәлим халҡы һымаҡ, үҙенең тәкәбберлеген йүгәнләй. Шунлыҡтан Хизкияһ дәүерендә Раббының асыуы уларға башҡаса төшмәй.
Һин уға, Раббы былай тип әйтә, тиген: «Нимә, үлтерҙең дә, инде баҡсаһына хужа булырға йөрөйһөңмө? Эттәр Навоҫтың ҡанын ҡайһы урында ялаған, һинең ҡаныңды ла шунда ялаясаҡ».
– Күрҙеңме, Ахав Минең алдымда ҡайһылай күндәм булып ҡалды? – тине. – Шуға күрә Мин был бәләне ул тере саҡта ебәрмәйем. Әммә улы заманында нәҫел-нәсәбенә бәлә-ҡаза күндерәсәкмен.
Был ер вайран булып, бында йәшәүселәр ләғнәткә дусар булыр, тигән һүҙҙәремде ишеткәндән һуң, күңелең йомшарҙы һәм үҙеңдең тәкәбберлегеңде йүгәнләнең, ҡайғынан кейемеңде йыртып, алдымда иланың. Шуның өсөн Мин һине ишеттем, – ти Раббы. –
Раббы уларҙың ғәйептәрен танығанын күргәс, Шемағъяһҡа Үҙенең һүҙен еткерә: «Улар ғәйептәрен таныны, шуның өсөн уларҙы ҡырыуҙан тыйылам, тиҙҙән ҡотолоу ебәрермен. Йәрүсәлимгә асыуымды Шишаҡ ҡулы аша түкмәҫмен.
Хизкияһ бай һәм данлы була, ул алтын-көмөш, аҫыл таштар, еҫле майҙар һәм ҡалҡандар, затлы әйберҙәрҙе ҡуйыу өсөн һаҡлағыстар;
Бәләгә тарығас, ул Аллаһы Раббыға бик ныҡ ялбара һәм ата-бабаларының Аллаһына ихлас буйһона.
Уның доғаһы ла, үтенесенең ҡабул ителеүе лә, Аллаға ихлас буйһонғанға тиклем ҡылған бөтә гонаһтары һәм хыянаттары ла, ул табыныу ҡалҡыулыҡтары төҙөткән, Ашераға ҡолғалар, боттар ҡуйҙыртҡан урындары тураһында Хозайҙың яҙмаларында һүрәтләнә.
Раббыға атаһы Менашше Аллаға ихлас буйһонған һымаҡ буйһонмай, киреһенсә, гонаһтарын арттыра ғына.
Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.